«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы
«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы — СССР дәүләт наградаһы. 1961 йылдың 21 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам В. Н. Атлантов.
«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 21 июнь 1961 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 107 540 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Награждённые медалью «За оборону Киева»[d] |
«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы менән Киевты обороналауҙа ҡатнашҡан РККА-ның бөтә хәрбиҙәре һәм элекке НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ Киевты обороналауҙа халыҡ ополчениеһы сафтарында, оборона нығытмаларҙы ҡороуҙа ҡатнашҡан, фронт ихтыяждарын хеҙмәтләндергән заводтарҙа һәм фабрикаларҙа эшләгән, Киев подпольеһында ҡатнашҡан һәм Киев тирәһендә дошман менән һуғышҡан партизандар бүләкләнә. Киевты обороналау осоро булып 1941 йылдың июль — сентябрь айҙары иҫәпләнә.
«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Киевты обороналаған өсөн» миҙалы менән яҡынса 107 540 кеше бүләкләнгән.
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«Киевты обороналаған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә. Миҙал 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала.
Миҙалдың алғы яғында — Украина ССР-ы Юғары Советы бинаһы силуэты, уның өҫтөндә — елберлгән байраҡ. Бина фонында алға эйелгән винтовкалар менән һалдат, матрос, эшсе һәм партизанканың һүрәте.
Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «ЗА ОБОРОНУ КИЕВА» яҙыуы.
Аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — лавр веногы, ботаҡтарҙың остарында — биш осло йондоҙ төшөрөлгән таҫма. Миҙалдың алғы яғы ҡабарынҡы итеп ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Яҙыу өҫтөндә — ураҡ һәм сүкеш һүрәте.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы.
Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған һарғылт-йәшел (зәйтүн) төҫөндәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың уртаһынан ике буй үтә: 4 мм-лыҡ ҡыҙыл төҫтә һәм 2 мм-лыҡ зәңгәр төҫтә.
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Миҙалдың реверсы
-
Рәсәй Почта маркаһы, 2014 йыл
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 182—183. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 79—80.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Медаль «За оборону Киева» . Каталог орденов, медалей, значков СССР. Дата обращения: 12 декабрь 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- Медаль «За оборону Киева». Медали и ордена СССР