Этология
Экология менән бутамаҫҡа.'этнология менән бутамаҫҡа.'этиология менән бутамаҫҡа.
Этология | |
Өйрәнеү объекты | хайуандарҙың тәртибе[d] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Жоффруа Сент-Илер, Изидор[d] |
Асыу датаһы | 1859 |
Этология Викимилектә |
Зоология бүлектәре |
Зоология тармаҡтары |
Акарология • Физик антропология |
Билдәле зоологтар |
Жорж Кювье • Чарльз Дарвин |
Биология тарихы |
Этология (бор. грек. ἦθος «ғөрөф ғәҙәт, холоҡ, ғәҙәт, йола») — зоология фәненең бер тармағы. Хайуандарҙың ,шул иҫәптән кешенең[1] нәҫел аша көйләнгән ҡылыҡтарын (инстинкттар) өйрәнә.
Был терминды фәнгә башлап 1859 йылда француз зоологы Жоффруа Изидор Сент-Илер индерә.
Был фән зоология, эволюцион биология, физиология, генетика, сағыштырма психология, зоопсихология менән тығыҙ бәйле, шулай уҡ когнитив этологияның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Этология фәненә нигеҙ һалыусы, нобель премияһы лауреаты Конрад Лоренц этологияны « хайуан ҡылыҡтарының морфологияһы» тип атай.
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
үҙгәртергә«Этология» грек теленән алынған һүҙ: этос (бор. грек. ἦθος «ғөрөф ғәҙәт, холоҡ, ғәҙәт, йола»).
Термин хәҙерге мәғәнәһендә 1902 йылдан АҠШ энтомологы Уильям Мортон Уилер хеҙмәттәре аша билдәле була башлай.
Ә быға тиклем термин төрлөсә ҡулланылып килә. Мәҫәлән, xvii быуатта этолог тип, кеше характерын кәүҙәләндергән актерҙы атағандар. xviii быуатта этология этика мәғәнәһендә ҡулланылған.
1843 йылда Дж. Милль этология тип психологияның кеше характерын өйрәнеүсе бүлеген атарға тәҡдим итә.
Хәҙерге мәғәнәһендә термин беренсе тапҡыр 1859 йылда биолог Исидор Жоффруа Сент-Илер тарафынан телгә алына. Ул этологияны хайуандарҙың тәбиғи мөхиттә (шарттарҙа) ҡылыҡтарын өйрәнеүсе фән ҡылыҡһырлай.
Этологияһы тулыһынса XX быуаттың 30-сы йылдарында формалаша. Зоологияның ялан практикаһы һәм эволюция тәғлимәте нигеҙендә айырым заттың ҡылығын сағыштырма тасуирлау фәне булып китә.
Фән булып формалашыуына башлыса Конрад Лоренц һәм Николас Тинбергендең хеҙмәттәре булышлыҡ итә. Әммә улар башта үҙҙәрен этолог тип атамайҙар.
Иң тәүҙә этолог термины АҠШ-та, хайуандарҙың тәбиғи шарттарҙағы ҡылыҡтарын өйрәнеүсе белгестәрҙе лаборатория шарттарында аналитик ысулдар менән эшләүсе психолог һәм бихевиористтарҙан айырыу өсөн ҡулланыла башлай .
Тинбергендең дүрт мәсьәләһе
үҙгәртергәТинберген этологтар иғтибарын йүнәлтергә тейеш булған төп дүрт өлкәне билдәләп киткән. Уға ярашлы, тикшеренеүселәр хайуандарҙың ҡылығын тулыһынса өйрәнгән тип һаналһын өсөн түбәндәгеләрҙе асыҡларға тейеш :
- яраҡлашыу функцияһы: хайуанға тереклеген һаҡлауҙа, нәҫелен ҡалдырыу һәләтенә ҡылыҡтар нисек йоғонто яһай?
- сәбәбе:ҡылыҡтың атҡарыла башлауына нимәләр сәбәп була?
- онтогенез үҫеше: индивидуаль үҫеш (онтогенез) барышында ҡылыҡтары нисек үҙгәрә? ҡылыҡтың атҡарылыуы өсөн ниндәй тәжрибәнең булыуы кәрәк?
- эволюцион үҫеш: туғандаш төрҙәрҙең ҡылыҡтарында ниндәй оҡшашлыҡ һәм айырма бар? филогенез барышында был процестың нисек барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе мөмкин?
Билдәле этологтар
үҙгәртергәШулай уҡ, ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акимушкин И. И. Проблемы этологии. — М.: Молодая гвардия, 1985. — 192 с. — (Эврика). — 150 000 экз.
- Бутовская М. Л., Файнберг Л. А. Этология приматов: (учебное пособие). — М.: Изд-во МГУ, 1992.
- Вагнер В. А. Биологические основания сравнительной психологии. Т. 2: Инстинкт и разум. — 2005. — 347 с.
- Зорина З. А., Полетаева И. И. Основы этологии и генетики поведения. — М.: Изд-во МГУ, 1999.
- Корытин С. А. Поведение и обоняние хищных млекопитающих. — Изд. 2-е. — М.: Изд-во «ЛКИ», 2007. — 224 с.
- Корытин С. А. Приманки зверолова: Управление поведением зверей с помощью апеллентов. — М.: Изд-во «ЛКИ», 2007. — 288 с.
- Крушинский Л. В. Эволюционно-генетические аспекты поведения: Избранные труды. — М.: Наука, 1991. — 259 с. — ISBN 5-02-005452-6.
- Крушинский Л. В. Записки московского биолога: Загадки поведения животных. — М.: Языки славянской культуры, 2006. — 500 с.
- Мак-Фарленд Д. Поведение животных: Психобиология, этология и эволюция: Пер с англ. — М.: Мир, 1988. — 520 с., ил. — ISBN 5-03-001230-3.
- Паевский В. А. Пернатые многоженцы: браки, измены и разводы в мире птиц. — М.; СПб.: Товарищество науч. изд. КМК, 2007. — 144 с.
- Филиппова Г. Г. Зоопсихология и сравнительная психология: учебное пособие для вузов. — 3-е изд., стер. — М.: Академия, 2007. — 543 с.
- Хайнд Р. Поведение животных. — М., 1975.
- Дольник В. Р. Непослушное дитя биосферы: Беседы о поведении человека в компании птиц, зверей и детей. — СПб.: ЧеРо-на-Неве; Петроглиф, 2004. — ISBN 5-88711-213-1.
- Панов Е. Н. Бегство от одиночества: Индивидуальное и коллективное в природе и в человеческом обществе. — М.: Лазурь, 2001. — 640 с. — ISBN 978-5-382-01270-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЭтология Викимилектә |
- Поведение муравьёв (обзоры последних открытий и статей)
- Статьи по этологии 2009 йыл 1 июнь архивланған.
- Этология в Белорусской цифровой библиотеке
- Классовое общество с этологической точки зрения
- Этология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Фридман В. С. Словарь этологических терминов