Альгология
Ботаника бүлеге |
Тикшеренеү обьекттары |
Үҫемлектәр · Һыу үҫемлектәре |
Ботаника бүлектәре |
Альгология · Үҫемлектәр анатомияһы · Бриология · Геоботаника · Үҫемлектәр географияһы · Дендрология · Диаспорология · Карпология · Лихенология · Микогеография · Микология · Морфология растений · Палеоботаника · Палинология · Үҫемлектәр систематикаһы · Үҫемлектәр физиологияһы · Фитопатология · Флористика · Үҫемлектәр экологияһы · Этноботаника… |
Билдәле ботаниктар |
Теофраст |
Тарих |
Ботаника тарихы |
Альгология (лат. аlga — ылымыҡ һәм грек. λογοσ — уҡыу) — икенсе атамаһы фикология. ботаниканың ылымыҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Ылымыҡтарҙың морфологияһын физиологияһын, генетикаһын, экологияһын һәм эволюцияһын өйрәнә. Хәҙерге систематиктар ылымыҡ атамаһын таксон итеп ҡарамай. Ә ҡайһы берҙәре ылымыҡтарҙы гетероген экологик төркөм тип һанай.
Тарихы
үҙгәртергә20 быуат уртаһынан альгология үҫеше электрон техника, биохимик анализ һәм таҙа культура ысулдары, ылымыҡ штамдары коллекцияларын төҙөүҙе ҡулланыу менән бәйле. Хәҙерге альгология ылымыҡтарға морфологик, физиологик‑биохимик, флористик, экологик һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрә. Башҡортостан ылымыҡтары т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ю.К.Шелдың фәнни хеҙмәттәрендә килтерелә (1883). 20 быуаттың 40‑сы йылдарында Я.В.Ролл етәкселегендә украин альгологтары Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһы һәм Ҡандракүлде өйрәнә. 60‑сы йй. аҙ. Башҡорт дәүләт университетында Р.Ғ.Миңлебаев етәкс. дала, урман‑дала тупрағында, Ағиҙел, Дим, Өфө йй. һыубаҫар туғайҙарында таралған ылымыҡтарҙы тикшереү башлана (500‑ҙән ашыу төр табыла). Һуғарылыусы культуралы көтөүлектәрҙең альгоценоздары, тупраҡ альгобергәлектәренең ойошҡанлығы (ылымыҡтарҙың был бергәлектәрҙә таралыу һәм үҫеш законлылыҡтары тасуирлана), эрозиялы тупраҡта үҫеүсе ылымыҡтар һәм уларҙың тупраҡ структураһын яҡшыртыуҙағы роле өйрәнелә. 70‑се йй. аҙ. алып Асылыкүл, Ҡандракүл, Павловка һыуһаҡлағысы, Ағиҙел й. һәм Башҡортостандың башҡа һыу ятҡылыҡтарының фитопланктоны өйрәнелә. Экологик мониторинг үткәреү өсөн фитопланктондың ҙурлыҡ‑морфологик классификацияһы эшләнә. Шифалы ләм һәм бентостың (Ф.Б.Шкундина), экотон бергәлектәрҙең (М.Ю.Шәрипова), ҡала экосистемалары (Н.В.Суханова) ылымыҡтарын өйрәнеү, ылымыҡтарҙы популяцион‑экологик тикшереү (И.Е.Дубовик) алып барыла; экосистемаларҙың альгоценоздарын өйрәнеүгә экологик‑ценотик юлдар эшләнә (Г.Ғ.Ҡужәхмәтов). 90‑сы йй. сәнәғәт экологияһы өлкәһендә альгологик тикшеренеүҙәр башлана: альгоценоздарҙың сәнәғәт кәҫтәрендә эшмәкәрлеген баһалау, төрлө субстраттарҙың, өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙең ағыулы булыуын асыҡлағанда альготестлау (Р.Р.Кәбиров). Түгелгән нефттең тарҡалыу процестарында ылымыҡтарҙың роле асыҡлана, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу өсөн хлорелланы үрсетеү б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Н.Ә.Кирәева, З.Н.Сәйфуллина һ.б.); һыу алыу ҡоролмалары альгофлораһының сифатын һәм һанын анализлау методикалары тәҡдим ителә (Л.Н.Мартыненкова). Альгология // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Ҡайһы бер билдәле альгологтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Альгология — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2009)
- Водоросли — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2009)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дубовик И.Е. Водоросли эродированных почв и альгологическая оценка почвозащитных мероприятий. Уфа, 1995; Кабиров Р.Р. Альготестирование и альгоиндикация (методические аспекты, практическое использование). Уфа, 1995.
- Водоросли и лишайники. Под ред. М. М. Голлербах. — М., 1977.
- Гарибова Л. В. и др. Низшие растения. — М., Изд-во Моск. ун-та, 1975.
- Горбунова Н. П. Альгология: Учеб. пособие для вузов по спец. «Ботаника». — М.: Высш. шк., 1991. — 256 с.
- Дьяков Ю. Т. Введение в альгологию и микологию — М.: МГУ, 2000. — 192с.
- Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 3. Водоросли, лишайники / Под ред. А. А. Федорова. — М.: Просвещение, 1977. — 487 с.
- Курс низших растений: Учебник для студентов ун-тов / Великанов Л. Л., Гарибова Л. В. Горбунова Н. П., Горленко М. В. и др.; Под ред. М. В. Горленко. — М.: Высш. шк., 1981. — 504 с.
- Саут Р., Уиттик А. Основы альгологии. — М.: Мир, 1990.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |