Бактериялар
Бактериялар — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо организмдар.
Бактериялар | ||||||||||
Эсәк таяҡсаһы (Escherichia coli) | ||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||
Bacteria | ||||||||||
|
Архейҙар кеүек, улар ҙа прокариоттар булып торалар. Йәғни, күҙәнәктәрендә ядроһы һәм мембраналы органоидтары булмай. Нәҫел материалы (нуклеоид) цитоплазмала ята.
Күпселек бер күҙәнәклеләр. Әммә күп күҙәнәктәр тоташып колониялар барлыҡҡа килтергән осраҡтар бар (цианобактериялар).
Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын (колонияларын) микроскопһыҙ ҙа күреп була.
Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:
- шар формаһындағы кокктар;
- пар-пар булып бер-берһенә яҡынайған коктарҙан торған диплококтар;
- сылбыр рәүешендә теҙелгән коктарҙан торған стрептококтар;
- тығыҙ каптар рәүешендә тупланған коктарҙан торған сарциналар;
- коктарҙың виноград тәлгәше рәүешендәге тупланмаһы — стафилококтар;
- озонса бактериялар — бациллалар, йәки таяҡсалар;
- йәйә (өтөр) һымаҡ бөгөлгән бактериялар — вибриондар;
- спираль(тулҡын) һымаҡ бөгөлгән оҙонса бактериялар — спириллалар һ. б.
Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө ҡамсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары. Улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә.
Төҙөлөшө менән улар үҫемлектәр йәки хайуандарҙың ҡамсыларынан һәм төксәләренән айырылып тора. Ҡайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла аттырып хәрәкәтләнә.
Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән. Уның составында эукариоттарҙа, йәғни күҙәнәктәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була.
Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Уның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә — муреин тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод).
Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусы мембрана менән сикләнгән.
Цитоплазмала мембрана менән сикләнгән органоидтар (митохондриялар, пластидлар һ. б.) бөтөнләй юҡ. Уларҙың функцияһын тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтылары үтәй.
Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан күпкә кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәьмин итеүсе барлыҡ ферменттар цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәОптик микроскоп аша тәүләп бактерияларҙы Голландия натуралисы Антони ван Левенгук күрә һәм был турала яҙып ҡалдыра. Үҙе күргән микроскопик йән эйәләрен ул анималькуль» тиа атай.
«Бактерии» термины 1828 йылда Христиан Эренберг тарафынан тәҡдим ителә.
1850-се йылдарҙа Луи Пастер бактерияларҙың физиологияһын һәм метаболизмын өйрәнә, уларҙың ауырыу тыуҙырыу үҙенсәлеген аса.
Артабан Роберт Кох хеҙмәттәре микробиология фәненә ҙур өлөш керетә. Ул туберкулёзды (Кох таҡсалары) ауырыуын тыуҙырыусы бактерияларҙы өйрәнә.
1905 йылда туберкулёзды өйрәнгән өсөн Роберт Кох Нобель премияһына лайыҡ була.
Дөйөм микробиология нигеҙҙәре һәм тәбиғәттә бактериялар роле Бейеринк Мартинус Виллем һәм Виноградский Сергей Николаевич хеҙмәттәрендә сағыла.
Бактерия күҙәнәген өйрәнеү 1930 йылда электрон микроскоп уйлап тапҡас башлана.
1937 йылда Э. Чаттон күҙәнәк төҙөлөшө буйынса организмдарҙы прокариот һәм эукариоттарға бүлергә тәҡдим итә.
1961 йылда Стейниер һәм Ван Ниль был бүленеште тулыһынса рәсмиләштерә. Молекуляр биология үҫеше 1977 йылда бактериялар һәм архейҙар араһында ҙур айырма булыуын аса.
Бүленеү һәм үрсеү
үҙгәртергәҒәҙәттә прокариоттар икегә бүленеп үрсей. Башта күҙәнәк оҙоная. Уртанан әкренләп арҡыры бүлге яһала. Һуңынан бала күҙәнәктәр айырылып китә йәки үҙенсәлекле төркөмдәр — сылбыр, пакет һ. б. хасил итеп бәйләнгән хәлдә ҡала (бактерияларҙа).
Уңайһыҙ шарттарҙа күп бактериялар споралар хасил итә: нәҫелсәнлек материалын йөрөтөүсе цитоплазманың бер өлөшө айырыла һәм күп ҡатлаулы ҡалын капсула менән ҡаплана. Күҙәнәк «кипкән» кеүек була — матдәләр алмашыныу процестары туҡтала.
Бактерияларҙың споралары бик тотороҡло; кипкән хәлдә улар тереклек һәләтен оҙаҡ йыллар буйына һаклай. Антибиотиктар менән актив дауаланыуға ла ҡарамаҫтан, ауырыу кеше организмында иҫән ҡала ала.
Споралар ел һәм башҡа юлдар менән тарала. Уңайлы шарттарға эләгеп, спора әүҙем бактериаль күҙәнәккә әүерелә.
Туҡланыу
үҙгәртергәТуҡланыу — тере организмдарҙың үҙ тәндәрен туҡлыҡлы матдәләр һәм энергия менән тәьмин итеү ысулы.
Туҡланыу ысулы буйынса бактерияларҙың төркөмдәре
үҙгәртергә- Гетеротрофтар: сапротрофтар, симбионттар, паразиттар һәм йыртҡыстар.
- Автотрофтар:фототрофтар һәм хемотрофтар. .
Күпселек бактериялар — гетеротрофтар (грекса «гетеро» — төрлө һәм «трофос» — туҡландырам), йәғни улар әҙер органик матдәләр менән туҡланалар (сапротрофтар) йәки башка организмдарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, паразитлыҡ (паразиттар, йәғни, ауырыу тыуҙырыусылар) итәләр.
Күҙәнәктәре күперсектәр менән тоташҡан ҡайһы бер колониаль бактериялар үҙенә бер төрлө епле структуралар барлыҡҡа китерә. Бындай колониялар, хәрәкәтләнеп, вак тере организмнарны (бактерияләрне, иң түбән төзөлөшлөләрҙе һ. б.) эләктерәләр. Уларҙы уратып алып тарҡаталар..
Автотроф (грекча «авто»—үзем һәм «трофос»— туҡландырам) бактериялар күп түгел. Уларҙың бер өлөшө, хемосинтезға һәләтле булып, үҙ тәнен төҙөү өсөн кәрәкле энергияны органик булмаған матдәләрҙең окисланыу реакцияларынан алалар (хемосинтетиктар).
Ҡайһы үҙ тәнен төҙөү өсөн кәрәкле энергияны фотосинтез юлы менән алалар. Был төркөм фотосинетиктар тип атала.
Кислородҡа ҡарата мөнәсәбәте буйынса, бактериялар аэробтарға һәм анаэробтарға бүленә. Аэробтар — фәҡәт кислородлы мөхиттә генә йәшәй ала торган бактериялар.
Анаэробтар кислородһыҙ юл (әсетеү ысулы) менән энергия ала торған бактериялар. Бынан тыш, кислородлы һәм кислородһыҙ мөхиттә лә йәшәй алыусы бактериялар төркөмдәре билдәле.
Бактериялар әһәмиәте
үҙгәртергәТәбиғәттә бактериялар ғәйәт киң таралған. Улар, тупраҡта урынлашып, унда органик мәтдәләрҙе — үлгән хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатыусылар булып тора. Органик молекулаларҙы неорганик молекулаларга әүерелдереп, бактериялар планета өҫтөн серек ҡалдыҡларҙан таҙарталар һәм химик элементтарҙы биологик әйләнешкә керетәләр.
Кеше тормошонда ла бактерияларҙың роле ғәйәт ҙур. Мәҫәлән, күп кенә аҙык һәм техник продукттарҙы табыу әсеткес бактерияларҙан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Бактерияларҙың тереклек эшсәнлеге нәтижәһендә әсегән һөт, кефир, сыр, ҡымыҙ, шулай ук ферменттар, спирттар, лимон кислотаһы яһала. Аҙык продукттарын тоҙлау, шулай ук, бактериялар эшсәнлегенә бәйле.
Үҫемлек һәм хайуан организмында йәшәп, уларға билдәле бер файҙа килтереүсе бактериялар ҙа осрай. Улар симбионттар (латинса «сим» — бергә, «биос» — тереклек) тип атала.
Мәҫәлән, бүлбе бактериялары. Улар, ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарына урынлашып, уны мөхит булараҡ файҙаланалар. Органик матдәләре менән туҡланалар. Шул уҡ ваҡытта, тупраҡтағы һауанан азотты үҙләштереп, үҫемлекте азот берләшмәләре менән тәьмин итәләр.
Үҫемлек ҡороғандан һуң, тупрак азотҡа байып ҡала. Был процесс бактериялар ҡатнашлығында ғына була ала.
Прокариоттарҙың башҡа төрҙәренең вәкилдәрен «ашаусы» йырткыс бактериялар барлығы билдәле.
Бактерияларҙың зарарлылары ла күп. Уларның төрлө төрҙәре аҙыҡҡа үтеп, матдәләр алмашыныу һөҙөмтәһендә , кеше өсөн ағыулы матдәләр бүлеп сығара һәм аҙыкты боҙа.
Патоген (грекча «патос»— ауырыу һәм «генезис»— килеп сығыу, тыуыу) бактериялар айырыуса ҡурҡыныслы. Улар кешелә һәм хайуандарҙа үпкә ялҡынһыныуы, туберкулез, аппендицит, сальмонеллёз, чума, ваба кеүек ауырыуҙар килтереп сығара. Бактериялар үҫемлектәрҙе лә зарарлай.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Захаров В.Б., Сонин Н.И. Биология. Биология. Многообразие живых организмов. М. Дрофа. 2003 г. 5-7107-8300-5
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гусев М. В., Минеева Л. А. Микробиология. — М.: Изд-во МГУ, 2004. — 448 с.
- Заварзин Г. А. Лекции по природоведческой микробиологии / Отв. ред. Н. Н. Колотилова; Ин-т микробиологии. — М.: Наука, 2003. — 348 с. — ISBN 5-02-006454-8..