Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре
Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре |
Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре
үҙгәртергәЙәнле тәбиғәт бере-береһенә буйһонған, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән иерархия тәртибендәге төҙөлөш структураларынан төҙөлгән. Был структураларҙағы эҙмә-эҙлелекте төҙөлөш кимәлдәре тип атайҙар.
Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре:
- Молекуляр кимәл — иң түбән, йәғни, элементар кимәл. Был күҙәнәкте төҙөүсе молекулаларының үҙ-ара тәьҫирләшеү кимәле. Күҙәнәктә уға хас органик молекулалар эшләнә.Шул молекулалар кимәлендә организмдар бер-береһенән айырыла.
- Күҙәнәк кимәле — элементар төҙөлөш һәм тереклек берәмеге. Йәнле тәбиғәткә хас барлыҡ тереклек үҙсәнлектәре тик күҙәнәк эсендә генә башҡарыла ала. Шуға ла, бөтә организмдар ҙа тик күҙәнәкле төҙөлөш хәлендә генә йәшәй ала.
Күҙәнәк емерелеү менән тереклек процестары туҡтай. Күҙәнәк төҙөлөшенә эйә булмаған бер генә төркөм бар. Былар вирустар. Әммә улар тереклек үҙсәнлектәрен күрһәтеү өсөн ниндәй ҙә булһа күҙәнәкккә үтеп инергә һәм уның метаболизм аппаратын үҙенә буйһондорорға тейеш. Тышҡы мөхиттә вирустар йәнһеҙ тәбиғәт есемдәре кеүек.
Шуға ла, күҙәнәк—элементар төҙөлөш һәм тереклек берәмеге. Шуға ла, тере организмдарҙың бер күҙәнәкле төҙөлөш формаһында тереклек итеүселәре бар. Уларҙа күҙәнәк һәм организм кимәле тап килә.
- Туҡыма кимәле — төҙөлөштәре һәм функциялары оҡшаш булған күҙәктәр һәм күҙәнәк-ара матдә кимәле. Был кимәл күп күҙәнәкле организмдарға ҡағыла.
- Ағза кимәле — был кимәл күп күҙәнәклеләргә ҡағыла. Ағза— билдәле бер формаға, ҙурлыҡҡа эйә булған, организмда билдәле бер урын биләгән һәм үҙенә тейешле функциялар үтәгән тәндең бер өлөшө.
Һәр ағза бер нисә төр туҡыманан тора. Шул туҡымаларҙың береһе ағзаның функцияларын билдәләй.
- Организм кимәле — йәнле тәбиғәттең айырым заттары кимәле. Тереклек итеү рәүеше. Организм— үҙаллы тереклек итеүгә һәләтле йән эйәһе.
- Популяцион-төр кимәл — бер төргә ҡараған заттарҙың тәбиғәттә тереклек итеү рәүеше. Был кимәлдә төр үрсей, нәҫелен дауам итә.
- Биогеоценотик кимәл — төрлө төр заттарының үҙ-ара һәм мөхит менән бәйләнеш кимәле.
- Биосфера кимәле — Ерҙә барлыҡ биогеоценоздарҙың берләшмәһе. Тереклектең иң юғары кимәле.
Молекуляр кимәл
үҙгәртергә- Компоненттары
- Органик булмаған матдәләрҙең һәм органик матдәләрҙең молекулалары
- Комплекслы матдәләр
- Төп процесстар
- Молекулаларҙың махсус комплекстарға берләшеүе
- Генетик информацияның кодланыуы һәм тапшырылыуы
- Молекуляр кимәлде өйрәнеүсе фәндәр
- Биохимия
- Биофизика
- Молекулярная биология
- Молекулярная генетика
Туҡыма кимәле
үҙгәртергә- Компоненттары
- Төҙөлөштәре һәм функциялары оҡшаш булған күҙәнәктәр һәм күҙәнәк-ара матдәләре.
- Төп процесстар
- Күҙәнәктәрҙең махсуслашыуы
- Туҡыма кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
- Гистология
Ағзалар кимәле
үҙгәртергә- Компоненттары
- Билдәле бер формаға, ҙурлыҡҡа эйә булған, организмда билдәле бер урын биләгән һәм үҙенә тейешле функциялар үтәгән ағзалар һәм ағзалар системалары (хайуандарҙа)
- Төп процесстар
- Ағзаларҙың махсуслашыуы
- Ағза кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
- Морфология
- Анатомия
- Физиология
Организм (онтогенез)кимәле
үҙгәртергәБер һәм күп күҙәнәкле организмдарҙан ғибәрәт.
- Компоненттары
- Күҙәнәк — организмдың төп төҙөлөш берәмеге. Күп күҙәнәкле организмдарҙәң туҡымалары, ағзалары күҙәнәктәрҙән төҙөлгән.
- Төп процесстар
- Матдәләр алмашыныу (метаболизм)
- Ҡуҙғыусанлыҡ
- Үрсеү
- Онтогенез
- Тереклек процестарының нервы аша йәки химик матдәләр ярҙамында көйләнеүе
- Гомеостаз
- Организм (онтогенез)кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
Популяцион-төр кимәл
үҙгәртергәТәбиғәттә бик күп төрҙәрҙән һәм уларҙың популяцияларынан ғибәрәт.
- Компоненттары
- Уртаҡ генофондтары булған бер төргә ҡараған заттар
- Төп процесстар
- Генетик үҙенсәлек
- Заттар һәм популяциялар араһында үҙ-ара бәйләнеш
- Элементарных эволюцион үҙгәрештәр
- Микроэволюция һәм үҙгәреүсән мөхит шарттарына яраҡлашыу
- Төр барлыҡҡа килеү
- Биотөрлөлөк
- Популяцион-төр кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
- Популяция генетикаһы
- Эволюция
Биогеоценотик кимәл
үҙгәртергәТәбиғи һәм яһалма биогеоценоздар.
- Компоненттары
- Төрлө төр популяциялары
- Мөхит факторҙары
- Аҙыҡ сылбырҙары, матдә һәм энергия ағымы
- Төп процестар
- Тереклекте тормошҡа ашырыусы төп процесс: матдәләрҙең биохимик әйләнеше һәм энергия ағымы.
- Йәнле тәбиғәт менән абиотик факторҙар араһындағы тотороҡлолоҡ (гомеостаз)
- Тере организмдарҙы ресурстар (аҙыҡ, ышыҡ) һәм йәшәү шарттары менән тәьмин итеү.
- Биогеоценотик кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
- Биогеография
- Биогеоценология
- Экология
Биосфера кимәле
үҙгәртергәБиосистеманың иң юғары формаһы, глобаль кимәл — биосфераның үҙе
- Компоненттары
- Биогеоценоздар
- Антропоген факторҙар
- Төп процестар
- Планетаның тере булмаған һәм тере матдәләре араһындағы әүҙем тәьҫирләшеү, бәйләнеш. Активное взаимодействие живых и неживых веществ планеты
- Матдәләрҙең һәм энергияның глобаль кимәлдә биологик әйләнеше
- Биосферала барған бөтөн процестарҙа кешенең хужалыҡ һәм этно-мәҙәни эшмәкәрлеге, уның бик әүҙем биогеохимик ҡатнашлығы.
- Биосфера кимәлен өйрәнеүсе фәндәр
- Экология
- Глобальэкология
- Космик экологи
- Социаль экология
- Физик география
- Экология
Тереклектең төҙөлөш кимәлдәре
үҙгәртергәҠайһы бер сығанаҡтарҙа тереклек төҙөлөшөнең туғыҙ йәки ун бер кимәлен айырып ҡарайҙар.
Атом һәм молекулалар кимәле | Aтом | Aтом кимәлендә тереклек йәнһеҙ тәбиғәттән айырылмай |
Moлекула | атомдар төркөмө организмға хас матдәләр берләшмәләрен төҙөй. Молекуляр кимәл — тереклектең иң түбән (элементар) кимәле | |
Биомoлекулалар комплексы | Биомолекулар берләшмәһе | |
Субкүҙәнәк кимәле | органеллалар | Биомолекулаларҙың функциялары буйынса берләшмәһе |
Күҙәнәк кимәле | Күҙәнәк | Төрлө тереклек үҙсәнлектәрен башҡара ала торған органеллалар бер бөтөн структур берәмек күҙәнәкте төҙөй |
Күп күҙәнәклеләр кимәле | Tуҡыма | Күҙәнәктәрҙең функциональ төркөмдәре |
Ағза | Төрлө туҡымаларҙың функциональ берләшмәһе | |
Ағзалар системаһы | Төрлө ағзаларҙың функциональ берләшмәһе | |
Экологик, йәғни организмдан юғары кимәл | Организм | Бер бөтөн, һәр береһе үҙаллы тереклек итергә һәләтле йән эйәләре. Тереклек билдәләре ошо кимәлдә башҡарыла. |
Популяция | Уртаҡ биләмә менән берләшкән бер төр заттары | |
Бергәлектәр (йәки биоценоз) |
Үҙ-ара бәйле булған төрлө төр популяциялары тупланмаһы | |
Экосистема | Уртаҡ йәшәү мөхите менән берләшкән төрлө төр популяциялар берләшкән төрлө төр популяциялары | |
Биом | Географик һәм климатик яҡтан бәйле экосистемалар төркөмө | |
Биосфера йәки Экосфера |
Ерҙә тереклек йәки уның тереклек эшмәкәрлеге эҙҙәре булған бар өлөштәре |
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
- Под редакцией академика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
- Н. А., Камлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил (Домашний репетитор)
- Дөйөм биология. Урта мәктәптең 10 — 11 синыфтары өсөн дәреслек / Ю. И. Полянский, А. Д. Браун, Н. М. Верзилин һ. б.; Ю. И. Полянский редакцияһында. — 20-се баҫманан тәржемә. Башҡортса 3-сө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2000. — һүрәттәре менән 292 бит.