Биоценология
Биоценология (биоценоз һәм грек. λόγος — һүҙ, тәғлимәт, фән) — биология, шулай уҡ экология фәндәрендә үҙәк төшөнсәләрҙең береһе.
Биоценология | |
Өйрәнеү объекты | биоценоз[d] |
---|
Үҫемлектәр, хайуандар, микроорганизмдар бергәлектәренең уртаҡ йәшәү урынындағы йыйылмаһын (тере тәбиғәт) өйрәнеүсе, йәғни биоценоздар тураһында фәнни дисциплина.
Төп өйрәнеү объекты — биоценоз.
Бурыстары: биоценоздарҙың барлыҡҡа килеүен, формалашыуын, төҙөлөшөн, үҫешен, биләгән ерен, урын һәм ваҡыт арауығында бүленешен .өйрәнеү.
Биоценоздың, йәғни төрлө организм берләшмәләренең үҙен уратып алған йәнһеҙ тәбиғәт менән мөнәсәбәттәрен биогеоценология (био+гео+ ценоз) фәне өйрәнә
Шулай итеп, биоценоз — фитоценоз+зооценоз+ микоциноз+ микробоценоз .
Фитоценоз (грек һүҙе. phyton — үҫемлек, koinos — дөйөм: Пачоский, 1915; Gams, 1918) — биоценозды тәшкил иткән төрлө үҫемлек популяцияларынан торған бергәлек.
Биоценоздың беренсел биомасса етештерә торған автотроф системаһы (бергәлектәге функциялары буйынса продуценттар).
Зооцено́з (грек. zoon — хайуан, живое существо, koinos — дөйөм) — биоценозды тәшкил иткән хайуан популяцияларының бергәлеге.Консументтар.
Микоциноз — бәшмәктәр бергәлеге. Гетеротрофтар. Редуценттар.
Микробоценоз — микроорганизмдар популяцияларының бергәлеге (бактериялар, протистар).Гетеротрофтар. Редуценттар.
Шулай уҡ ҡарағаҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Зубков А. Ф. Агробиоценология (краткий курс) // ВИЗР, СПбГУ, СПб-Пушкин, 2005. 76 с.
- Зубков А. Ф. Агробиоценологическая фитосанитарная диагностика (2-е изд.) // ВИЗР, СПб-Пушкин, 2006. 386 с.
- Зубков А. Ф. Биоценологические предикторы модернизации защиты растений (Приложение к журналу «Вестник защиты растений». Вып. 13). // ВИЗР, СПб-Пушкин, 2014. 118 с.
- Зубков А. Ф. 80 лет развития агробиоценологии в институте защиты растений (Приложение к журналу «Вестник защиты растений». Вып. 15). // ВИЗР, СПб-Пушкин, 2015. 109 с.
- Зубков А. Ф. Агробиогеоценология на 80-м году своего развития и ее методологическая роль в естествознании агроэкосистем // ВИЗР, СПб-Пушкин, 2015. 115 с.