Биогеоценология

биогеоценоздарҙың төҙөлөшөн һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе фәнни дисциплина .

Биогеоценология (бор. грек. βίος — йәшәү, γῆ — ер, κοινός — дөйөм һәм бор. грек. λόγος — тәғлимәт) — биогеоценоздарҙың төҙөлөшөн һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе фәнни дисциплина .

Биогеоценология
Өйрәнеү объекты биогеоценоз[d]

Биология, география һәм экология сиктәрендәге белем тармағын тәшкил итә. .

СССР-ҙа биогеоценология 1940 йылдарҙа геоботаника нигеҙендә барлыҡҡа килә.

Артабан биология, география фәндәре сиктәрендә, тере тәбиғәтте комплекслы өйрәнеү кимәлендә үҫешә. .


Хәҙерге биогеоценология экологияға бик яҡын өлкә булып тора.

 
Биогеоценоз

Был фәндең барлыҡҡа ҙур йоғонто яһаусы ғалимдар :

  • В. В. Докучаев — тупраҡ тураһындағы фәнгә фәнни нигеҙ һалыусы
  • Г. Ф. Морозов — урмансылыҡ классигы
  • В. И. Вернадский — биосфера концепцияһын үҫтереүсе .

Владимир Николаевич Сукачев (1880—1967) — биогеоценология нигеҙ һалыусы.

1940 йылдар башында биогеоценологияның төп фекерҙәрен билдәләй.

Биогеоценология урманды һәм уның йәшәү урынындағы шарттары менән бәйләнештәрен өйрәнеүсе биология тармағы булараҡ барлыҡҡа килә.

Урмандың формалышыуына килтереүсе процестар бик оҙайлы ваҡытты биләй.

Был ундағы ағастарҙың йәше, климат шарттары, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге менән бәйле.

Урман биоценоздарында тикшеренеү эштәре 20-30 йылдар һәм унан да күберәк ваҡытты талап итә.

Бындай тикшеренеүҙәр ботаниктар, зоологтар, урман һәм тупраҡ белгестәре, климатологтар,ҡатнашлығында системалы программа һәм дөйөм методология аша тормошҡа ашырыла.

Н. Сукачевтың идеяларын дауам итеүсе, биогеоценология лабораторияһы етәксеһе Н. В. Дылис биогеоценозды фитоценоз сиктәрендәге . экосистема тип билдәләй.

Тикшеренеү өлкәләре

үҙгәртергә

Биогеоценология түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:

  • Биогеоценозды тәшкил итеүсе компоненттарҙың төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен һәм функцияларын тикшереү ;
  • Уларҙағы матдәләр әйләнешен һәм энергия ағымдарын өйрәнәләр;
  • Компоненттарҙың берәүҙәре нисек итеп икенселәренең торошон, үҙенсәлектәрен һәм эшмәкәрлектәрен үҙгәртеүен өйрәнә;
  • Биогеоценоз компоненттарының, дөйөм алғанда биогеоценоздың тәбиғәттәге стихиялы күренештәр һәм кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеген йөғонтоһына яуап реакцияһын өйрәнә;
  • Биогеоценоздың тотороҡлоғын, ошо тотороҡлолыҡты көйләүсе механизмдарҙы өйрәнә;
  • Бер- береһенә күрше һәм алыҫ арауыҡта урынлашҡан, биогеосфера һәм уның өлөштәренең берҙәмлеген тәьмин итеүсе биогеоценоздарҙың үҙ-ара бәйләнештәрен һәм тәьҫирләшеүен өйрәнә.

Биогеоценоздың йәнле һәм йәнһеҙ компоненттары араһындағы бәйләнеште һәм үҙ-ара йоғонтоһын, сәбәп-эҙемтә мөнәсәбәттәрен асыҡлай.

Шуның һөҙөмтәһендә биогеоценоз структураһына, ундағы урынлашҡан процестарға стихиялы һәм антропоген тәьҫирҙәрҙең эҙемтәләрен фаразлай ала.

Тәбиғи процестарға стихиялы һәм антропоген тәьҫирҙәрҙең эҙемтәләрен алдан дөрөҫ фаразларға биогеоценоз компоненттары араһындағы тәбиғи бәйләнеште һәм үҙ-ара йоғонтоны, ундағы сәбәп-эҙемтә мөнәсәбәттәрен белеү ярҙам итә.

Шулай уҡ, тәбиғәт процестар барышына йоғонто яһау һәм хужалыҡ ресурстарын рационалерәк ҡулланыу мөмкинлеге бар.

Биогеоценологияның төп типтары

үҙгәртергә
  • Радиацион биогеоценология.
  • Урман биогеоценологияһы.
  • Медицина биогеоценологияһы (ҡара. Медицина экологияһы)

Практик ҡулланылышы

үҙгәртергә

Биогеоценология урман һәм ауыл хужалығы практиктикаһында ҙур роль уйнай.

Шулай уҡ, кешенең Ерҙә йәшәү мөхитен өйрәнеүҙә, космонавтикала, сәнәғәт тауарҙарын, аҙыҡ-түлекте, мал аҙығын, тәбиғәтте биосфераның зыянлы компоненттарынан һаҡлауҙа әһәмиәте бик ҙур. өсөн.

Биогеоценология ландшафтты, тупраҡты, климатты өйрәнеү һәм биоценология, микробиология, биогеохимия фәндәре менән менән ныҡ бәйле.

Биогеоценология һәм биогеоценологтар

үҙгәртергә

Биогеоценолог (грек. bíos — тормош; ge — ер; koinós — дөйөм; lógos — һүҙ, тәғлимәт) — ғалим, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешле һәм үҙ-ара тәьҫирләшеүсе комплекстарын — биогеоценоздарҙы һәм уларҙың планетар кимәлдәге йыйылмаһы — биогеосфераны өйрәнеүсе белгес.

Биогеоценологтарҙы әҙерләү юғары уҡыу йорттарының биология, тупраҡ өйрәнеү һәм география факультеттарында, шул иҫәптән . М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының.почвоведение факултетында әҙерләйҙәр.

См. шулай уҡ

үҙгәртергә
  • Аболин, Роберт Иванович
  • Эпигенема
  • Экосистема
  • Сукачёв В. Н. Развитие растительности как элемента географической среды в соотношении с развитием общества.
  • Сукачёв В. Н. О географической среде в лесном производстве. Л., 1940.
  • Основы лесной биогеоценологии / Под ред. В. Н. Сукачёва и Н. В. Дылиса. М., 1964.
  • Дылис Н. В. Основы биогеоценологии. (Учебное пособие для географических специальностей университетов). М., 1978. 151 с.
  • Программа и методика биогеоценологических исследований / Под ред. В. Н. Сукачева и Н. В. Дылиса. М., 1966.
  • Идеи биогеоценологии в лесоведении и лесоразведении: к 125-летию со дня рождения акад. В. Н. Сукачёва / Отв. ред. С. Э. Вомперский; Ин-т лесоведения РАН. — М.: Наука, 2006. — 260 с.
  • Номоконов Н. И. Общая биогеоценология. — Ростов-на-Дону, 1989.
  • Тимофеев-Ресовский Н. В., Тюрюканов А. Н. Биогеоценология и почвоведение // Бюлл. Московского общества испытателей природы. Отдел биологический. — 1967. — Т. 72.
  • Проблемы биогеоценологии: Сб. ст. / Ред. Е. М. Лавренко; АН СССР, Науч. совет по проблеме «Комплексное биогеоценот. изучение живой природы и науч. основы её рацион. освоения и охраны». М.: Наука. 1973. 232 с.
  • Гродзинский А. М. Биогеоценология и интродукция растений // Бюллетень ГБС. 1976, № 100, с. 34—39.

Һылтанмалар

үҙгәртергә