Тамбур (студия)

Балаҡатай районының Билән күп функциялы ауыл клубының биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһы

Тамбур (студия) — Балаҡатай районының Билән күп функциялы ауыл клубының биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһы[1].

Тамбур
Нигеҙләү датаһы 2001
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Урын Билән


«Тамбур» студияһы Балаҡатай районының Билән күп функциялы ауыл клубының биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһы булараҡ 2001 йылда ойошторола. Күп йылдар дауамында был стадияны Ғәлиәкбәрова Венера Мәзит ҡыҙы етәкләй[2].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Студияла төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тамбур сигеү менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәре (ирҙәр күлдәге, алъяпҡыстар, түбәтәйҙәр), таҫтамалдар, намаҙлыҡ, ашъяулыҡтар, шаршауҙар, мендәр тыштары, кеҫәләр, яулыҡтар, билбауҙар һ. б. әҙерләнә.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

«Тамбур» студияһы -

«Селтәр» башҡорт сәхнә костюмы республика фестивале (Өфө, 2014),

«Һомай» республика башҡорт костюмы фестивале (Өфө, 2017),

«Гөлөстан» республика халыҡ кейеме фестиваль-конкурсы (Өфө, 2019);

Төбәк-ара милли кейем конкурсы (Йошкар-Ола, 2017),

Волга буйы халыҡ художество кәсептәре фестивале күргәҙмәһендә (Өфө, 2019) ҡатнаша[3].

«Тамбур» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ студияһы Белянка ауылы Мәҙәниәт йортонда 2001 йылда ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы бойороғо нигеҙендә 2006 йылда уға «Халыҡ ансамбле» исеме бирелә. Күп йылдар дауамында был стадияны Ғәлиәкбәрова Венера Мәзит ҡыҙы етәкләй.

Студияла 62 йәштән 70 йәшкә тиклемге 13 кеше шөғөлләнә. Ошо йылдар эсендә коллектив төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған. Халыҡ студияһы оҫталары үҙ ҡулдары менән районыбыҙ өсөн генә хас булған ҡабатланмаҫ биҙәктәр төшөрә, улар һәр изделиены биҙәү булып тора. «Тамбур» студияһында ҡатнашыусылар Рәсәйҙең күп ҡалаларында булды, улар В. Өфәлей, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Чебоксар, Саранск, Тверь, Өфө ҡалаларын күрһәтте. Бынан тыш, «Тамбур» студияһы 2012 йылда «Этно-Эрато» халыҡ-ара милли кейем модаһы конкурсының (Мәскәү ҡалаһы) 3-сө дәрәжә лауреаты булды. Шулай уҡ 12 до 48 лет. уҡ уҡ уҡытҡанда

Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң 100 йыллығына арналған «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивалендә коллектив «Халыҡ ансамбле» исемен уңышлы раҫланы[4].

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Халыҡ коллективы исеме (2006)

Тверь ҡалаһының милли сигеү эштәре күргәҙмәһе дипломы (2008)

Бөтә Рәсәй традицион кәсептәр һәм халыҡ художество кәсептәре оҫталары конкурсы дипломанты (Силәбе, 2010)

«Заманса сигеү сәнғәте» Бөтә Рәсәй фестивале финалының дипломы (Тверь ҡалаһы, 2011)

«Селтәр» республика башҡорт сәхнә костюмы фестивалендә Гран-при яулаусы (Өфө, 2011)

XIX Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале. Гран-при. (Силәбе ҡалаһы, 2011)

Бөтә Рәсәй Бажов халыҡ ижады фестивалендә Гран-при яулаусы (Ҡыштым, 2011)

«Этно — эрато» Халыҡ-ара милли кейем юғары модаһы конкурсының III дәрәжәле лауреаты (Мәскәү, 2012),

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы (2014)[5][6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

ТАМБУР, студия

Народная студия декоративно — прикладного искусства "Тамбур Белянковского СДК

Народная студия декоративно – прикладного искусства «Тамбур»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

[[Категория: