Аҡбаш (Свердловск өлкәһе)
Аҡбаш (рус. Акбаш) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.
Ауыл | |||||
Аҡбаш | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 698 кеше йәшәй, шул иҫәптән 341 ир-ат һәм 357 ҡатын-ҡыҙ[1].
2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 679 кеше теркәлгән[2].
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостанда кантон идаралығы осоронда (1798—1865 йылдар) Аҡбаш ауылы 2-се башҡорт кантонының 5-се йортона кергән[3].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 106 башҡорт йәшәгән[3]. 1850 йылғы ревизия 19 йортта 157, ә 1859 йылда 27 йортта 238 башҡортто теркәгән[3].
Ауылда йәшәүселәр бөтәһе лә үҙ ерҙәренә эйә булыусы аҫабалар булған[3].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 584 бот ярма икмәк сәскән[3]. Аҡбашта йәшәүселәр йәйгеһен йәйләүгә сыҡмайынса йыл әйләнәһенә ауылда йәшәгәндәр[3].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Акбашево по IX ревизии 1850 г. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған..
- ↑ 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.