Араҡай (Свердловск өлкәһе)
Араҡай — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан ауыл.
Ауыл | |
Араҡай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
66, 96 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 413 кеше йәшәй, шул иҫәптән 199 ир-ат һәм 214 ҡатын-ҡыҙ.[1]
Тарихы
үҙгәртергәТарихи мәғлүмәттәр буйынса Араҡай (Әрәкәй) ауылы Терһәк олоҫона кергән башҡорттар ауылы. Ауылдың тәүге исеме билдәһеҙ.[2]
1834 йылда ауылда 16 йортта йәшәүсе 118 башҡорт иҫәпкә алынған.[2]
1850 йылда 20 йортта 187, ә 1859 йылда 22 йортта 207 башҡорт иҫәпләнгән.[2]
1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда йәшәүсе 96 ир араһында Нигмәтулла, Сабитулла, Ямалтдин, Әхмәҙиә, Вәлиә исемле улдары булған 63 йәшлек Асмандияр Ракаев та иҫәпкә алынған. Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә, Асмандияр Ракаевтың фамилияһы атаһының исеме Ракай (Аракай) — ҙан барлыҡҡа килгән, ә үҙ сиратында был исем ауыл исеменә бәйләнгән, сөнки Аракай ауыл атамаһы Ракай(Аракай) исеменән үҙгәртелеп алынған.[2]
Шулай уҡ архив мәғлүмәттәре буйынса (РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 1106. Л. 32) XIX быуат башында 16 йорттан һәм 99 башҡорттан торған Аракай ауылына етәкселек иткән Аракай Аҫылбаев исемле старшина билдәле булған.[2]
1842 йылда 16 йортҡа һәм 188 башҡортҡа 160 бот ярма икмәк сәселгән.[2]
Аракай ауылы башҡорттары Михайлов заводы ерҙәрендә йәшәгәндәр. Был ерҙәрҙе ауыл халҡы завод хужаһына һатҡан булған.[2]
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Аракаево по IX ревизии 1850 г. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған..
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009. С. 644—645.
Был Свердловск өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |