Викидатала элемент юҡ

Бикмәт — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Бикмәт "Бикмөхәмәт"тән ҡыҫҡартылған исем. Бикмөхәмәт — башҡорт һүҙе бик һәм ғәрәп теленән мөхәмәт һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән[1].

Фамилияла үҙгәртергә

Бикмәтов Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы (16 февраль 1838 йыл — 1927 йыл) — башҡорт дин әһеле.

Бикмәтов Сәлим Түрйән улы (рус. Бикметов Салим Турьянович; 1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы политругы.

Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы (1918 йыл — 1983 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия капитаны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы, Рәшиҙә Бик (21 октябрь 1952 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе балалар яҙыусыһы, шағир. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби (2013) һәм төрлө кимәлдәге башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты.

Бикмәтов Альберт Әлмир улы (1964 йыл) — спортсы. 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең йыйылма командаһы ағзаһы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).

Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы (1948 йыл) — ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1982—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы рәйесе. Сибай ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Ауылдар үҙгәртергә

Түбәнге Бикмәт (Түбән Бикмәт; татар. Түбән Бикмәт, рус. Нижнее Бикметово) — Рәсәй Федерацияһының Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Яңы Бикмәт (рус. Новобикметово) — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Иҫке Бикмәт (рус. Старобикметово) — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл.

Кесе Бикмәт (рус. Малое Бикметово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.

Бикмәт (рус. Бикметово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

Бикмәт (рус. Бикметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл.

Бикмәт ауыл Советы — Башҡортостандың Борай районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмеге һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ