Түбәнге Бикмәт[2] (Түбән Бикмәт[3]; татар. Түбән Бикмәт, рус. Нижнее Бикметово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Түбәнге Бикмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кавзияковское сельское поселение[d][1]
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Кәүжиәк йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1752 йылдан билдәле[2]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[5].

1870 йылда ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[5].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 39 башҡорт, 88 сыуаш; 1834 йылда — 54 башҡорт; 1870 йылда — 138 башҡорт һәм 12 татар; 1912 йылда — 250 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[5][6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][2])
179518651913192019261938194919581970197919892002
128475252254152115101752411759974

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Түбәнге Бикмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 164-166. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 130. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.