Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия капитаны

.

Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Арғаяш районы, СССР
Вафат булған көнө 1983
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы (1918 йыл Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Селәй ауылы, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы - 1983 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1], гвардия капитаны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры [1][2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы 1918 йылда Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Селәй ауылында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1939 йылда Арғаяш хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 294‑се кавалерия полкы орудие командиры, 16‑сы гвардия кавалерия дивизияһының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы, 148‑се гвардия артиллерия-миномёт полкының 3‑сө батареяһы командиры булып хеҙмәт итә[1][2][3]. Дивизия 1942 йылдың июлендә беренсе тапҡыр һуғышҡа ингәндә, Алешка — Малые Борки — Святоша һыҙығында артиллерия батареяһы менән командалыҡ итә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана, ә 1945 йылдың апрелендә дошмандың Померания төркөмөн ҡыйратыу буйынса һуғышта — III дәрәжә Богдан Хмельницкий орденына лайыҡ була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы тураһында ошолай яҙылған:

  Ниғмәт Ишмырҙа улы Бикмәтов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында, ул ойошторолғандың беренсе көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклем хеҙмәт итте. … Кесе лейтенанттан алып гвардия майоры дәрәжәһенә тиклем бөтә хәрби юлын ҡыйыу һалдат взвод командиры, 148-сы артиллерия миномет полкының миномет батареяһы командиры (1943—1945 йылдар), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында үтте…»[2]  

.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943),
  • I (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • II (1944) дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4],
  • III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (1945),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942)[1][2][3][5][6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә