Бикмәтов Сәлим Түрйән улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Бикмәтов Сәлим Түрйән улы (рус. Бикметов Салим Турьянович) (1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы политругы.

Бикмәтов Сәлим Түрйән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the USSR (1936-1955).svg СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Боҙаяҙ ауылы
Вафат булған көнө 10 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Ерләнгән урыны Озёрки (Тербун районы)
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән лейтенант[d] һәм политрук[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Сәлим Түрйән улы (атаһының исеме Гурьян тип хаталы яҙылған[1]) Бикмәтов 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында[2] тыуған. БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында политрук булып хеҙмәт итә. Курск өлкәһе Озерки ауылы тирәһендәге ҡаты алыштар барышында батырҙарса һәләк була, башта Озерки ауылы эргәһендәге урманда ерләнә, һуңынан Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[2]. Документтарҙа ҡатыны Бикмәтова Сәлифә (Зәлифә?) Таһир ҡыҙы күрһәтелгән[3].

ХәтерҮҙгәртергә

Бикмәтов Сәлим Түрйән улының исеме Рәсәй Федерацияһы Липецк өлкәһе Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлеге обелискыһында яҙылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә