Бишбүләк районы
Бишбүләк районы (рус. Бижбулякский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Бишбүләк ауылы.
Бишбүләк районы | |
Бишбүләк районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Бижбулякский район һәм Бишбүләк районы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Бишбүләк[2] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
34 818 кеше (1989)[3], 27 999 кеше (2002)[4], 27 782 кеше (2008)[5], 27 583 кеше (2009)[6], 26 080 кеше (2010)[7], 25 361 кеше (2012)[8], 24 825 кеше (2013)[9], 24 124 кеше (2014)[10], 23 653 кеше (2015)[11], 23 315 кеше (2016)[12], 22 984 кеше (2017)[13], 22 134 кеше (2021)[14] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 311 метр |
Сиктәш | Бәләбәй районы, Әлшәй районы, Миәкә районы, Йәрмәкәй районы, Пономарёвка районы һәм Абдулла ҡала округы |
Майҙан | 2133,9 км² |
Рәсми сайт | adm-bizhbulyak.ru |
Бишбүләк районы Викимилектә |
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).
Географияһы
үҙгәртергәРайон Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Шкапово, Дим, Сатай, Аҙнай ятҡылыҡтары), эзбизташ (Сулпан), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Сулпан), балсыҡ (Айыт) запастары асылған.
Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була. Райондың төньяҡ-көнбайышында Ыҡ йылғаһы башлана, көньяҡнан Дим йылғаһы (Мәнәүез, Өйәҙе, Сиҙәк ҡушылдыҡтары менән) аға.
Ере һелтеле һәм карбонатлы ҡара тупраҡлы, урыны-урыны менән ҡара-һоро урман тупрағы осрай. Бишбүләк районы Урал алды дала зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йүкә, саған, имән, ҡайын урмандары райондың 11% майҙанын алып тора.
Иҡтисад
үҙгәртергәБишбүләк районының иҡтисадында төп тармаҡ — ауыл хужалығы, ул иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, мөгөҙлө эре малдар, сусҡа һәм һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан. Умартасылыҡ ҙур ғына урын тота.
Нефть ятҡылыҡтарын “Аксаковнефть" НГДУ-һы үҙләштерә. Бишбүләктә һөт заводы, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы, ДРСУ, РТП һ.б. предприятиелар эшләй.
Транспорт
үҙгәртергәТөньяҡ-көнбайыш сигендә район територияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы киҫеп үтә. Автомобиль юлдары районды Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән тоташтыра.
Социаль-мәҙәни өлкә
үҙгәртергә49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп; ПУ, 31 дөйөм китапхана, 45 клуб учреждениеһы, 3 дауахана, Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейы бар.
Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә «Светлый путь» — «Якты юл» — «Сута сул» гәзите сыға.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Васильев Павел Ефимович (14.01.1899—29.07.1978), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышы һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышы яугиры. 1947—1963 йылдарҙа партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының III һәм IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ерекле ауылынан[15].
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы — театр актёры һәм режиссёр.
- Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (6.05.1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Айыт ауылынан[16].
- Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы (20.05.1929—16.04.2006), ғалим-биохимик. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәреә докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Туҡай ауылынан[17].
- Парамонов Константин Ефимович (3.06.1908—26.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Милисоновка ауылынан[18].
- Прокопьев Герман Терентьевич (1922—1999) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры[19].
- Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12.03.1952—16.09.2019), бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
- Холмов Владимир Илларионович (16.11.1948), журналистика ветераны, «Светлый путь» район гәзитенең элекке мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Юлдашев Марс Тимербулат улы-Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[20] | 2008[21] | 2009[22] | 2010[23] | 2012[24] | 2013[25] | 2014[26] | 2015[27] |
27 999 | ↘27 782 | ↘27 583 | ↘26 080 | ↘25 361 | ↘24 825 | ↘24 124 | ↘23 653 |
2016[28] | |||||||
↘23 356 |
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 13 кеше - км² (2010).
- Милли состав
2010 йылғы Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса : сыуаштар — 35,3 %, татарҙар — 26,1 %, башҡорттар — 22 %, урыҫтар — 11,8 %, мордва-эрзя — 3,6 %, лица других национальностей — 0,9 %[29].
Халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса:
Йыл | башҡорттар | татарҙар | урыҫтар | сыуаштар |
---|---|---|---|---|
1970 | 8,0 % | 31,4 % | ||
1989 | 10,4 % | 35,0 % | ||
2002 | 21,5 % | 26,3 % | 11,0 % | 35.7 % |
2010 | 22 % | 26,1 % | 11,8 % | 35.3 % |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2734-bishb-l-k-rajony
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 5,0 5,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ 6,0 6,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ 7,0 7,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ 8,0 8,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ 9,0 9,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ 10,0 10,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ 11,0 11,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ 12,0 12,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ 13,0 13,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 14,0 14,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Васильев Павел Ефимович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Парамонов Константин Ефимович 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Прокопьев Герман Терентьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2017)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бишбүләк районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- Администрация муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан
- Бижбулякский район