Башкиров Вячеслав Филиппович
Башкиров Вячеслав Филиппович (22 апрель 1915 йыл — 15 февраль 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Авиация генерал-майоры (1966). Советтар Союзы Геройы (1943).
Башкиров Вячеслав Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 (22) апрель 1915 |
Тыуған урыны | Льгов өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 февраль 2001 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик |
Уҡыу йорто | Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | генерал-майор авиации[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Авиация ПВО[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВячеслав Филиппович Башкиров 1915 йылдың 22 апрелендә Лукашевка ауылында (хәҙер — Курск өлкәһенең Курчатов районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Рус. Мәскәү ҡалаһында йәшәй. 1935 йылда Тушинола Осоавиахимдың — Үҙәк йәйге мәктәбен, икенсе йылда лётчик-инструкторҙар мәктәбен тамамлай. Граждан Һауа Флоты Аэропроектында инженер-конструктор булып эшләй. 1940 йылда Бөтә Союз индустриаль институтын ситтән тороп тамамлай. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Ҡыҙыл Армияла — 1940 йылдан. 1941 йылда Чугуев хәрби осоусылар мәктәбен, ә һуңынан Ростов өлкәһендәге Батайск ҡалаһында хәрби комиссарҙар курстарын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдан алып ҡатнаша. Противоздушный оборона частарында хеҙмәт итә. Як-1 истребителендә осорға өйрәнгәндән һуң 788-се истребитель авиацияһы полкы эскадрильяһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Башкиров Сталинград өсөн алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Һауалағы алыштарҙа ул үҙенең хәрби өлгөһө менән бөтә осоусылар хҙыәрби ҡаһарманлыҡҡа илһамландыра. 1942 йылдың авгусында ғына Башкиров алты дошман самолетын атып төшөрә, шул иҫәптән дүртJunkers Ju 88 һәм ике Messerschmitt Bf.109. Башкировтың эскадрилья осоусылар составы ошо уҡ ай эсендә дошмандың 18 самолетын бәреп төшөрә. Башкиров үҙе ҡаты яраланған була.
СССР Юғары Совет Президиумының 1943 йылдың 8 февралендәге Указына ярашлы һауа алыштарында күрһәткән батырлығы өсөн политрук Башкиров Вячеслав Филиппович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була (790-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы).
Һауыҡҡандан һуң 907-се истребителдәр авиация полкы составында һуғыша (илдең ПВО ғәскәрҙәре). Курск дуғаһы һуғышында, Украина һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш осоронда барыһы 300-ҙән ашыу хәрби осош яһай, 18 дошмн самолетын юҡҡа сығара.
Һуғыштан һуң ПВО ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда КПСС-тың Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен, 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын ситтән тороп тамамлай,[1].
1966 йылдан авиация генерал-майоры Башкиров В. Ф. — запаста. Мәскәүҙә йәшәй. 1990 йылға тиклем Авиация һәм космонавтика Үҙәк Йорто начальнигы була. 2001 йылдың 15 февралендә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, Советтар Союзы Геройы (790-сы һанлы)
- Ленин ордены
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Александр Невский ордены
- I дәрәжә ике Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Юбилей миҙалдары
Хәтер
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Надгробный памятник | |
Стела Героев в Волгограде |
- Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнгән.
- В. Ф .Башкировтың исеме Волгоградта Геройҙар Аллеяһындағы стелала уйып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Коллектив авторов. История командного факультета Военно-Воздушной академии имени Ю. А. Гагарина / В.Е. Зенков. — Москва: ЗАО СП «Контакт РЛ», 2007 год. — С. 256. — 368 с. — ISBN 5-902908-02-7.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБашкиров Вячеслав Филиппович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2011)(Тикшерелгән 10 декабрь 2011)