Балиғлыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәлиғ, Балиғ (ғәр. بالغ, әйтелеше — бәлиғ; рус. Ба́лиг) — ислам фиҡһында (хоҡуҡ) йәше етеү, өлгөрөп етеү.
Балиғлыҡ йәше етеү
үҙгәртергәИслам дине белгестәре — фаҡиһтар — фекеренсә, ҡыҙҙарҙың (бәлиғә) бәлиғ булыу йәшенең түбәнге сиге 10 йәш булып, малайҙарҙыҡы (бәлиғ) — 13 йәш.
Хәнәфи мәҙһәб буйынса, быға тиклем башҡа бәлиғ булыу билдәләре булмаһа, ҡыҙҙар өсөн иң юғары сик 17 йәш, ә егеттәр өсөн — 18 йәш [1]. Башҡа мәҙһәб ғалимдары фекеренсә, малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да бәлиғ булыу йәше — 16 йәш.
Бәлиғ булыуҙың тышҡы билдәләренә малайҙың спермаһы бүленә һәм ҡыҙҙың күрем күрә башлауы (хәйеҙ) ҡарай[1].
Хәнбәли мәҙһәбе ғалимдары, шулай уҡ шәфиғи һәм мәлики мәҙһәбтәрҙең ҡайһы бер ғалимдары, түмһәкәйҙә ҡырыуға мохтаж төктәр барлыҡҡа килеүе бәлиғ булыу билдәһе тип иҫәпләй. Мәлики ғалимдары быға ҡултыҡ аҫтындағы төктәрҙе лә өҫтәгән
Бурыстары һәм хоҡуҡтары
үҙгәртергәБәлиғ булыу йәше етеү менән һәр мосолманға дин ғилеме һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен үтәү бурысы йөкмәтелә, шулай уҡ уларҙың никахҡа инеү мөмкинле тыуа[2]. Үҫмер үҙ ғәмәлдәре өсөн тулыһынса яуаплы була.
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәБәлиғ Ән-Нур сүрәһенең 58-се аятында осрай.
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡулығыҙ биләгән һәм балиғ булмаған кешеләр һеҙҙең янға керер өсөн һеҙҙән өс тапҡыр рөхсәт һораһын: иртәнге намаҙ алдынан, төшлөктә намаҙға , аҡшам намаҙынан һуң кейемегеҙҙе алмаштырғанда, ошо өс ваҡытта — һеҙҙең харам ерҙәрегеҙ асыҡ булыуы ихтимал. Шул ваҡыттарҙан һуң бер-берегеҙгә кереп йөрөү һеҙгә лә, уларға ла гөнаһ булмаҫ. Үҙенең аяттарын Алла һеҙгә шулай тип аңлата. Аллаһ белә, Ул хикмәтле! |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Абдулгани аль-Майдани
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ О вы, которые уверовали, вам следует приказать своим рабам и слугам, не достигшим зрелости (лям яблюгу), не входить к вам без разрешения в трёх определённых случаях: до утренней молитвы на заре (фаджр), когда вы снимаете свою одежду в полуденный час и после вечерней молитвы (иша), когда вы готовитесь ко сну. В этих трёх случаях порядок одевания изменяется: снимают одежду, в которой спали, и надевают повседневную одежду, и наоборот. В это время обнажается тело человека, и могут открыться те места, на которые нельзя смотреть. Нет греха в том, что они к вам будут входить без разрешения в другое время дня, кроме трёх вышеупомянутых случаев, ибо обычно вы ходите друг к другу, чтобы выполнять свои дела и разрешать свои задачи…
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде А. А. Балиг // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
- Абду-ль-Гани аль-Майдани. Определение совершеннолетия по ханафитскому мазхабу. // аль-Любаб фи шарх аль-китаб. Дата обращения: 13 июля 2013. Архивировано 19 июля 2013 года.
- Bālig̲h̲ / Ed. // Encyclopaedia of Islam. 2nd ed : [англ.] : in 12 vol. / edited by B. Lewis; J. Schacht[en] & Ch. Pellat. Assisted by J. Burton-Page, C. Dumont and V. L. Ménage. — Leiden : E.J. Brill, 1991. — Vol. 2. (платн.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |