Ән-Нур сүрәһе (ғәр. سورة النور‎, Нур ) — Ҡөрьән Кәримдең 24-се сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 64 аяттан тора.

Ән-Нур сүрәһе
سورة النور
Бисмиллаһ.jpg
Sura24.pdf
Ән-Нур сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Нур

Статистика
Сүрә номеры

24

Аяттар һаны

64

Жуз

18

Хизб

36

Руҡуғ

9

Алдағы сүрә

Әл-Мүьминүн сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Фурҡан сүрәһе

QuranAcademy.org
93-Ән-Нур

ТранскрипцияһыҮҙгәртергә

ЙөкмәткеһеҮҙгәртергә

Был сүрәлә Аллаһ йәмғиәтте уйнаш итеүҙән һәм тәүфиҡһыҙлыҡ таратыуҙан таҙартырға саҡыра — һүҙҙә лә, эштә лә. Сүрә иманлы һәм тәүфиҡлы булырға өндәй[1].

Артабан Аллаһ — күктәрҙең һәм ерҙең Нуры тип атала. Сүрәлә мәсеттәр тураһында мәсьәлә күтәрелә. Шулай уҡ кафырҙарҙың яманлыҡтары, бынан тыш Аллаһы тәғәләгә табыныуҙан үжәтләнеп баш тартыусылар тураһында әйтелә. Сүрә аҙағында дөйөм эш өсөн көрәшкә Аллаһ Рәсүле саҡырған осраҡта мөьминдәрҙең, диндарҙарҙың әхлаҡи сифаттары ниндәй булырға тейешлеге әйтелә.

    Беҙ был сүрәне күндереп, ҡанун иттек. Унда асыҡ аяттар индерҙек. Бәлки, һеҙ иҫкә алырһығыҙ.  Зина ҡылған ир менән ҡатынға йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ. Алла менән әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алла динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларға яза биргәндә бер төркөм мөьмин ҡарап торһон.  Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик ҡатынға ғына өйләнер. Зинасы ҡатын зинасыға йәки мөшриккә генә иргә сығыр. Мөьминдәргә улар — хәрәм.  Намыҫлы ҡатынға ғәйеп ташлап, дүрт шаһит килтерә алмаған кешегә һикһән ҡамсы һуғығыҙ. Шунан бер ваҡытта ла уның шаһитлығын ҡабул итмәгеҙ: ул — боҙоҡ кеше.  Һуңынан тәүбә итеп, төҙәлгәненән башҡаһы. Сөнки Алла, ысынлап та, ярлыҡаусан, шәфҡәтле! Зина ҡылған ир менән ҡатынға йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ. Алла менән әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алла динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларға яза биргәндә бер төркөм мөьмин ҡарап торһон.
 

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Сура 24. Ан-Нур // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.