Никах (ғәр. النكاح‎‎) — ислам ғаилә хоҡуғында ир менән ҡатындың бергәләп төҙөк ғаилә ҡороуы.

Башҡорт ғаиләһе никахы.

Никах бер нисә аҙымдан тора: кәләш әйттереү, димләү (хитба); кәләште кейәү йортона индереү (зөфаф); туй тантанаһы (урс, валима) ; ысын мәғәнәһендә ғаилә тормошона инеү (никах).

Никах килешеүенең шарттары

үҙгәртергә

Никах төҙөк булһын өсөн шәриғәт ҡанундары буйынса бер нисә шарт бар.

Ислам тәғлимәте әҙәм балалары өсөн ғаилә төҙөүҙең ҡанундарын, тәртиптәрен эшкәртеп, өйләнешкән ваҡытта буласаҡ ирҙең һәм ҡатындың абруйҙарын, дәрәжәләрен һаҡлау маҡсатында уларға ихтирамлы ҡараш тыуҙырып, үтәү-буйһоноуҙы талап итә. Ир кеше балиғ булған мосолман, туған булырға тейеш түгел.

  1. Ижабы ҡабул, йәғни өйләнешеүселәрҙең алыу-барыуҙары тураһында ризалыҡтарын белдереүҙәре.
  2. Шаһиттар, йәғни никахтың булыуын күреп тороусылар.
  3. Мәһәр биреү.
  4. Ғаиләне аҫрап, яҡшы мөнәсәбәттә булыу.

Никахҡа инеүселәр өсөн талаптар

үҙгәртергә

Ир менән ҡатындың бер йәштә, бер ҡатламдан булыуы кәңәш ителә. Никахҡа инеүселәр өс туғанлыҡтан яҡыныраҡ булырға тейеш түгел.

Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән никахһыҙ йәшәү тыйыла, хәрәм һанала, зина ҡылыуға тиңләнә. Кәләш һайлағанда, диндарлығына, холҡона, матурлығына, бала тыуҙыра алыу, сығышына иғтибар ителергә тейеш.

Никах тәртибе

үҙгәртергә

Никахты мәсеттә үткәреү яҡшы була. Никах килешеүе шаһиттар алдында йомғаҡлана. Никах йолаһы ғаиләләр етешлегенән, хәленән, урындағы ғәҙәттәрҙән тора. Мосолмандарға никах табынына туғандарын, дуҫтарын саҡырыу яҡшы була. Тол йәки айырылған ҡатын-ҡыҙ икенсе тапҡыр кейәүгә билдәле ваҡыт үтеү менән сыға ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡөрьән. Сүрәләр, хәҙистәр, йолалар, вәғәздәр. — Өфө: «Ижад» редакция-нәшриәт копиративы, 1990. — 72 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә