Баб-әл-Мәндәб боғаҙы

Баб-әл-Мәндәб боғаҙы[1] (ғәр. باب المندب‎, Баб-әл-Мәндәб[2] — «күҙ йәштәре (ҡайғы) ҡапҡаһы») — Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайыш осо (Йәмән) һәм Африка (Джибути, Эритрея) ҡитғаһын айырыусы боғаҙ. Ҡыҙыл диңгеҙҙе Ғәрәбстан диңгеҙенең Аден ҡултығы менән тоташтыра.

Баб-әл-Мәндәб боғаҙы
ғәр. باب المندب
Йыһандан күренеш
Йыһандан күренеш
Координаты: пропущена долгота
Вышестоящая акваторияҠыҙыл диңгеҙ
Илдәр
БүләҒәрәбстан ярымутрауы һәм Африка 
Киңлеге26–90 км
Оҙонлоғо109 км
Иң тәрән урыны220 м
Яҡын һәм Урта Көнсығыш
Точка
Баб-әл-Мәндәб боғаҙы
 Bab-el-Mandeb Викимилектә

География үҙгәртергә

Минималь киңлеге 26 км, фарватерҙа минималь тәрәнлек 182 м. Перим утрауы тарафынан 2 үткелгә — Оло (киңлеге 25 км, Дакт-әл-Мәйүн булараҡ та билдәле) һәм Кесе (киңлеге 3 км, Баб-Искәндәр булараҡ та билдәле). Африка яр буйҙары эргәһендә Себа утрауҙар төркөмө урынлашҡан.

Боғаҙҙың атамаһы уның аша йөҙөү хәүефлегенә бәйле. Ғәрәп риүәйәтенә ярашлы, уның атамаһы был төбәктә боронғо замандарҙа емертелгес ер тетрәүҙәр булыуына бәйле.

Боғаҙ иҡтисади һәм стратегик әһәмиәткә эйә, сөнки уның аша Европанан Көнсығыш һәм Кәньяҡ Азияға, һәм шулай уҡ Австралияға юл үтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 31.
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 20.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Баб-эль-Мандебский пролив // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.