Гарвард университеты


Гарвард университеты ( (ингл. Harvard University, башҡ. Һарвард университеты) — АҠШ-та һәм донъяла иң танылған һәм алдынғы университет.Кембридж ҡалаһы (Бостон ҡала агломерацияһы составына инә), Массачусетс штатында урынлашҡан.

Гарвард университеты
Девиз

Veritas
(Хәҡиҡәт)

Асылған йылы

8 сентябрь 1636

Тип

хосуси

Кампус

ҡала
85 га (баш кампусы)
8,9 га (Медицина кампусы)
145 га (Спорт корпусы һәм бизнес-мәктәбе)

Викиһаҡлағыста Рәсемдәр

2010 йылғы торошо буйынса Гарвардта 2100-гә яҡын уҡытыусы эшләй, 6700 самаһы студент уҡый һәм 14500 дипломдан һуң белгес белем ала[1]. . Нобель премияһының 75 лауреаты университет менән студент, уҡытыусы йәки хеҙмәткәр булараҡ бәйләнгән [2]Гарвард университеты уҡыу йортон тамамлаусылар араһында миллиардерҙар һаны буйынса илдә беренсе, ә уның китапханаһы - Америка Ҡушма Штаттарында иң ҙур академия университеты һәм илдә күләме буйынса 3-сө урын биләй[3]..

  1. Harvard at a Glance. Harvard University. Дата обращения: 28 ноябрь 2010. Архивировано 15 июль 2012 года. 2012 йыл 17 июль архивланған.
  2. Janhavi Kumar Sapra. Billionaire Universities, Forbes (11 август 2010). 31 август 2010 тикшерелгән.
  3. The Nation's Largest Libraries: A Listing By Volumes Held (ингл.). American Library Association. Дата обращения: 27 сентябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.