1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсылары исемлеге

Wikimedia-Listn

Башҡорт халҡы юлбашсылары Е. И. Пугачев яҡлыларҙың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусыларҙан түбәндәге шәхестәр башҡорт халҡы юлбашсылары: Иҙеркәй Баймәков, Кинйә Арыҫланов. Айырым баш күтәргән райондарҙа халыҡты әйҙәүселәр: Баҙарғол Юнаев, Салауат Юлаев, Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсылары исемлеге

Башҡорт юлбашсылары араһында 1 генерал-фельдмаршал, 1 генерал, 1 бригадир, 2 баш полковник, 49 полковник һәм подполковниктар, 9 атаман, 32 поход старшинаһы, 13 есаул, 22 йөҙ башы була.

Е. Пугачев түбәндәге принцип буйынса званиелар бирә: Берд лагерына 500 кешенән торған отряд килтергән һәр кешегә полковник чинын бирә. Күрһәткән бартырлыҡтары һәм яуаплы бурысты үтәгәне өсөн дә полковник чины бирелә.

Шулай уҡ И. Н. Зарубин-Чика һәм Салауат Юлаев та юғары чиндар бирә.

Социаль составы: 120 юғары команда чинына эйә булыусыларҙың 5-әүһе старшина, старшина балалары һәм йөҙ башы, 4-әүһе мулла була, йәғни сығыштары менән улар — феодаль-старшина юғары ҡатламы һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре. 52 юғары чин ябай башҡорттарға бирелгән була.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Башҡортостандың көнсығыш мал үрсетеү зонаһында шуныһы иғтибарға лайыҡ: феодалдар башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәтендә юлбашсылар була; полковник һәм генерал дәрәжәһендә һуғышҡан 47 башҡорттоң 41-е көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш улустарҙың хәлле башҡорттарынан була.

Башҡортостандың көнбайыш зонаһында ер эшкәртеп йәшәгән башҡорттарҙа икенсе төрлөрәк күренеш: 9 атамандың 7-һе һәм 32 поход старшинаһының 23-ө ябай башҡорттарҙан була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Краевед Оренбуржья