Ейән Ҡуштанов

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773-1775) һуғышында ҡатнашыусы

Ейән Ҡуштанов (Иван, Ябан Ҡуштанов; 1726 йыл — ?) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, һайланған полковник[1].

Ейән Ҡуштанов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1726
Тыуған урыны Барҙы районы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ейән Ҡуштанов (Иван Ҡуштанов, Ябан Ҡуштанов тип тә йөрөткәндәр) 1726 йылда Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡыҙылъяр ауылында (хәҙер Пермь өлкәһенең Барҙы районы 1-се Ҡыҙылъяр ауылы) тыуған. Уҫы даруғаһына һәм Ҡазан губернаһына яҡын ауылдарҙа йәшәүселәрҙән үҙенең отрядын ойоштороусы ябай башҡорт. Төрки телен белгән[2].

1773 йылдың декабрендә Ейән Ҡуштанов үҙенең отряды менән Әбдей Абдулловтың отрядына барып ҡушыла. Отряд Ҡыҙылъярҙан башта Шулған ауылына, һуңынан Барҙыға юл тота[2]. Артабан Пермь заводтарына йүнәлә. Әбдей Абдуллов тәҡдиме буйынса, баш күтәреүселәр уны полковник итеп һайлайҙар[1].

31 ғинуарҙа Уй һәм Соҡсон заводтарын яулап ала, унда эшләгән тау сәнәғәте крәҫтиәндәрен үҙ отрядына ылыҡтыра. Заводтарҙа конфискацияланған аҡсаны баш күтәреүселәр үҙәгенә — Бердаға оҙата. Көңгөр ҡәлғәһенә походта ҡатнаша. 1774 йылдың яҙын-көҙөндә башҡорт полковниктары Мөҡсин Мәҙийәров һәм Әҙел Әшмәнов менән бергә Кама буйында хәрәкәт итә, Бөрө янында һәм Әңгәсәк заводы тирәһенә сыға. Ихтилалсылар отрядтарына кешеләр йыя, каратель отрядтары менән һуғыша, батша хөкүмәтенә тоғро ҡалған старшиналарға ҡаршы көрәшә[2].

1774 йылдың ноябрь башында старшина Рахманғол Иртуғанов отряды уны әсиргә ала һәм Көңгөр ҡәлғәһе подполковнигы А. В. Папавҡа килтерәләр. Папав әсиргә аалынған башҡорт ихтилалсылары етәкселәрен Ҡазанға ебәргән[2].

1775 йылдың февралендә Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшеренеү аҫтында була. 1775 йылдың 5 апрелендә язаһыҙ иреккә сығарыла[2]. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 «Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов»
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 474—475. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә