Әбдей Абдуллов
Әбдей Абдуллов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.
Әбдей Абдуллов | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Елпачиха (Үдик) ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Биографияһы
үҙгәртергәӘбдей Абдуллов сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Елпачиха (Үдик) ауылы башҡорттарынан[1][2].
1773 йылдың көҙөндә-ҡышында Әҙел Әшмәнев, Батырҡай Иткинин һәм Сәйфулла Сәйҙәшев менән берлектә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында хәрәкәт иткән баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе була[1].
1773 йылдың 14 декабрендә, Уҫы даруғаһының башҡорт старшиналары, йөҙбаштары һәм рядовой общинниктар төркөмө составында, Әбдей Абдуллов Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ихтилал үҙәктәренең береһе булған Чесноковкаға килә[3]. И. Н. Зарубин (Чика) Әбдей Абдулловҡа «пугачёв полковнигы» чинын бирә һәм кире Уҫы даруғаһына ҡайтара.
1773 йылдың декабренең икенсе яртыһынан Әбдей Абдуллов, Әҙел Әшмәнев, Батырҡай Иткинин һәм Сәйфулла Сәйҙәшевтең отрядтары Уҫы ҡалаһы янын, Сарапул һәм Каракулино һарай ауылдарын, Юговский ҡаҙна, Аннинский, Рождественский, Башап, Шермяитский һәм башҡа заводтарҙы баҫып алалар. 1773 йылдың декабрь аҙағында ихтилалсыларҙың отрядтары Уҫы ҡалаһы янында туплана. Баш күтәреүселәр Көңгөр һәм Соликамск ҡалаларына, ә унан һуң Ҡазанға юлланырға ниәтләйҙәр. Әбдей Абдулловтың отряды Кама йылғаһы буйлап Көңгөргә барып Батырҡай Иткининдең отрядына ҡушылыпға тейеш була. Әбдей Абдуллов Башҡултай һәм Белявский ауылдарын, Көньяҡ Кама заводын баҫып ала. Үрге Мулла ауылында завод идарасылары 1700 кешенән торған каратель командаһын йыйырға ирешә[3]. Әбдей Абдулов каратель отрядының етәксеһе һәм сәнәғәтсе Исмәғил Тасимов менән осраша[4]. Һөҙөмтәлә Әбдей Абдулов алышҡа инмәйенсә, Уҫы ҡалаһы яғына сигенә[3].
1774 йылдың февраль—мартында тау заводтарында, Кама буйындағы башҡорт һәм рус тораҡ пункттарында ихтилал яғындағыларҙы мобилизациялай. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Кулбахтин Н. М. Әбдей Абдуллов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы
- ↑ 3,0 3,1 3,2 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 347. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ Коробков А. И. К истории Перми и Пермской губернии // Вестник Пермского национального исследовательского политехнического университета. — 2011. — № 4. — С. 49. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773 — 1775 гг. // Ватандаш. — 2004. — № 6. — С. 74—80. — ISSN 1683-3554.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Әбдей Абдуллов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Приказ походного командира Абдея Абдулова писарю Осинской земской избы М. И. Голдобину о приостановке выступления отрядов крестьян Рождественского завода из Осы
- Наставление атамана И. Н. Зарубина-Чики атаману села Ильинского (Черное тож) Сивенской волости Казанского уезда А. Ф. Носкову о выступлении с отрядами осинских, сарапулъских и елпачихинских повстанцев против карательных команд