Әҙел Биғәшев

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёвтың баш атаманы

Әҙел (Аҫыл) Биғәшев — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёвтың баш атаманы.

Әҙел Биғәшев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әҙел (Аҫыл) Биғәшев — Себер даруғаһының улус муллаһы.

Рәсәй империяһы хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, капрал званиеһына тиклем барып етә.

1773 йылдың көҙөндә Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла. 1773 йылдың декабрендә Пугачев полковнигы Әбделйәлил Ырыҫҡолов һәм баш полковник Бәхтийәр Ҡанҡаев менән Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядтарын туплай.

Себер даруғаһы биләмәһенә ҡайтҡас, Салауат Юлаевҡа ҡушыла. Уның ғәскәре составында[1] Красноуфимскиҙы алыуҙа, шулай уҡ Көңгөр янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың ғинуарында — Салауат Юлаевтың[1] поход канцелярияһында «ғәскәр етәксеһе һәм тәржемәсеһе».

1774 йылдың 4 июнендә Әҙел Биғәшев, Ҡыр-Танып улусы старшинаһы Әһлетдин Биктуғанов һәм Һыу-Унлар улусы старшинаһы Бүләк Яҡупов етәкселегендәге башҡорт отрядтары Бөрөнән майор Отто фон Дуве отрядын ҡыҫырыҡлап сығара һәм ҡаланы баҫып ала.

Аҙағыраҡ Арыҫлан Ранғолов һәм Бүләк Яҡупов менән бергә Бөрө һәм Әңгәсәк вино заводы араһындағы районда ихтилалға етәкселек итә, баш күтәреүселәр отрядтарына ауылдарҙан башҡорт, мишәр һәм рус кешеләрен йыйыу менән шөғөлләнә.

1774 йылдың сентябрендә Салауат Юлаев ғәскәре составында Иван Рылеев командалыҡ иткән хөкүмәт ғәсҡәрҙәре менән һуғышта ҡатнаша.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә