Мәүлит Айытов (1724 — ?) — 1773—1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачев полковнигы Себер даруғаһының Һунлар олоҫо Сүмәкәй ауылы башҡорто. Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡунаҡбай Йомаев менән берлектә Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Көңгөр ҡалаһы тирәһендә һуғыша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.