Собханғол Килтәков
Собханғол Килтәков (1720 йыл, Сүрәкәй (Нуғай) ауылы — 4 февраль (17 февраль), 1774 йыл, Көңгөр) — Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы, 1774 йылдан баш күтәреүселәр полковнигы. Башҡорт.
Собханғол Килтәков | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Сүрәкәй (Нуғай), Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1774 |
Тормош һәм яу юлы
үҙгәртергә1720 йылда Сүрәкәй (Нуғай) ауылында тыуған. 1765 йылдан Рәсәй империяһы Себер юлы Түбәләҫ улусы старшинаһы.
1773 йылда уның командаһында 91 хужалыҡ һаналған. 1773 йылдың декабрь уртаһында үҙенең улусынан саҡырылған 25 башҡорттан торған командаһы менән атаман И. С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Ғәскәре менән 22 декабрҙә Һатҡы заводына, 24 декабрҙә — Златоуст заводына килә; Златоуст, Оло Ҡытау (Катав-Ивановск), Һатҡы заводтарында урындағы үҙидаралыҡ органдарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатҡан.
1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көңгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Салауат Юлаев киткәндән һуң Сура Рәсүлев менән берлектә башҡорт-татар отрядына етәкселек иткән. Ғинуар һуңында, Cура Рәсүлев етәкселегендә башҡорт атлылары сигенгән саҡта, баш күтәреүселәр етәкселәре араһындағы конфликт арҡаһында, атаман М. Е. Мальцев ҡушыуы буйынса, атаман И. Н. Зарубиндың секретары И. И. Суконников уны ҡулға алған.
1774 йылдың 4 февралендә Пермь провинциаль канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алғандар. Язаларға дусар ителә һәм генерал-аншеф А. И. Бибиков ҡушыуы буйынса Көңгөрҙә аҫып үлтерелә.
Собханғол Килтәковтың һәләк булғанын ишетеп белгән Салауат Юлаев, 1775 йылдың 25 феврвалендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майында Өфө провинциаль канцелярияһында унан һорау алғанда, үҙ хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатынандыр, моғайын,
1774 йылдағы Красноуфимск ваҡиғаларына мине Собханғол Килтәков ылыҡтырҙы,
тип яуаплылыҡты ситләштерергә тырышып ҡараған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә Себер юлында отряд туплаған И. Н. Грязнов бирҙе, тип белдергән Салауат Юлаев…"[1].
Ғаиләһе
үҙгәртергәКрәҫтиәндәр һуғышы батыры Собханғол Килтәковтың ике ҡатынынан тыуған улдары — Арыҫлан(1743), Байғазы(1754), Күсәрбай(1768), Һөйәрғол (1774).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- РГАДА, Ф.6, оп.1, д.627, ч.10, л.404, 405; ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3376, л.47
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: Исследование документальных источников. Уфа, 2004.
- Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, стр. 345.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004