Нарынбай
Нарынбай (рус. Нарынбай) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачевтың полковнигы[1].
Нарынбай | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | яугир |
Биографияһы
үҙгәртергә1773 йылда Крәҫтиәндәр һуғышы башланғанға тиклем Нарынбай Яйыҡ казак полкында хәрби хеҙмәттә була. 1770 йылдың башында Орск ҡәлғәһендә хеҙмәт итә. 1773 йылдың көҙөндә ихтилалға ҡушыла. Е. И. Пугачев уны отряды менән Орск ҡәлғәһен яулап алыуға ебәрә. Ихтилалға ҡушылғанға тиклем үк Ҡасим атаман менән һөйләшеүҙәр алып бара, Яйыҡ казактарының башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан торған өлөшөндә Пугачевтың манифестарын тарата. Ҡәлғәлә генерал-майор С. К. Станиславский командалыҡ иткән һәм 2 меңгә яҡын кешенән торған хөкүмәт командаһы булғанға күрә, башҡорттарҙы ихталалға ылыҡтырыуға өлгәшә алмай. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, тип иҫәпләнелә.
Әммә Нарынбай исеменең башҡорттар араһында бик һирәк осрауын иҫәпкә алһаҡ, бер фаразға туҡталырға мөмкин: тарихта Нарынбай Ҡыуатов (1745—1830) исемле мулла булыуы билдәле. Крәҫтиәндәр һуғышы башланған йылда уға 28 йәш була. Ул рус һәм фарсы телдәрен белгән алдынғы ҡарашлы мулла булараҡ таныла. Уның атаһы 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан өсөн аманат итеп алына. Нарынбайҙың улы Мөхәмәтбаҡый (1815—?) — хорунжий, йәғни хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы шәхес.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кулбахтин Н. М. Нарынбай // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 331—333. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.
- Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. Уфа, 2005.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Нарынбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кулбахтин Н. М. Нарынбай // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.