Яҡуп Теләүембәтов

Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалы ҡатнашыусыһы, полковник. Себер юлы Мырҙалар улусының Ахун ауылында тыуған. Улус муллаһы.

Яҡуп Теләүембәтов — Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалы ҡатнашыусыһы, полковник. Себер юлы Мырҙалар улусының Ахун ауылында тыуған. Улус муллаһы.

Яҡуп Теләүембәтов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Ахун ауылы

Көрәш юлы

үҙгәртергә

Старшина Томансы Йыуашкин (Туманчи Ювашкин) командаһында хеҙмәт иткән.

1773 йылдың декабрь аҙағында улус башҡорттары командаһы башында Салауат Юлаев ғәскәренеә ҡушылған. 1774 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Салауат Юлаев ғәскәрҙәре составында Себер юлының Пермь һәм Өфө провинциялары территорияларында барған яуҙарҙа ҡатнашҡан. Салауат Юлаев уға поход старшинаһы вазифаһы биргән.

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре подполковник И. И. Михельсон деташементы менән һуғышҡандан һуң, 1174 йылдың 3 июнендә Үрге Ҡыйғы ауылы һәм 5 июнендә Үрәҙмәт ауылы янында Емельян Иванович Пугачёв уға полковник дәрәжәһен биргән. 1774 йылдың декабрендә Себер юлына генерал-майор Ф. Ю. Фрейман ебәргән команда тарафынан ҡулға алына. Генерал-поручик А. В. Суворов, Яҡуп Теләүембәтовты Салауаттың «берҙәше» тип атап, хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы генерал-аншеф П. И. Панинға был турала хәбәр итә.

1778 йылдың 5 февраленән Яҡуп Теләүембәтов Ҡаҙан йәшерен комиссияһында, 15 марттан ҡаҙан губернаторы генерал-поручик П. С. Мещерский канцелярияһында тотолған. 1775 йылдың 27 мартында Йәшерен экспедиция билдәләгәнсә, «көс менән тотолған» тип билдәләп, «Остзей» гарнизонына… һалдат хеҙмәтенә оҙатырға" ҡушылған. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • РГАДА, Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121;
  • ф.7, оп.1, д.2043, л.14;
  • ф.1100, оп. 1, д.11, л.206, 254;
  • ф.1274, оп.1, д.173, л. 752;
  • ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.63;
  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории БЮашкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: Исследование документальных источников. Уфа, 2004.
  • Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, стр. 419—420.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә