Мөҡсин Мәҙийәров
1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың полковнигы
Мөҡсин Мәҙийәров (тыуыу һәм вафат булыу датаһы билдәһеҙ) — Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша, Е. Пугачевтың полковнигы[1].
Мөҡсин Мәҙийәров | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | яугир |
Биографияһы
үҙгәртергәМөҡсин Мәҙийәров Ҡаҙан даруғаһы Урман-Гәрәй улусы Мәсәғүт ауылында тыуып, шунда уҡ йәшәгән. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша, Е. И Пугачевтың полковнигы булараҡ ул Ейән Ҡуштанов һәм Әҙел Әшмәнов менән берлектә Ҡаҙан һәм Уҫы даруғаларында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.
1774 йылдың октябрь урталарында батшаға «тоғро» старшина Рахманғол Иртуғанов отряды уны эҙәрлекләп ҡулға алыуға өлгәшә. Шул уҡ йылдың ноябрь аҙағында Ҡаҙан йәшерен комиссияһы тарафынан уның крәҫтиәндәр һуғышында ниндәй тарафтарҙа һуғышыуы тикшерелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сб. док. Уфа, 1975;
- Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане — Башкирское издательство. — 2000 Т. в 7 томах.