Моратша Сыртланов
Моратша Сыртланов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
Моратшаһ Сыртланов | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Подданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы менән Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы старшинаһы итеп һайлана.
1759 йылда Гәрәй улусы старшинаһы Тимер Мутин етәкселегендәге башҡорттар делегацияһы составында Санкт-Петербургҡа императрица Елизавета Петровнаға башҡорт аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу тураһында хат алып бара.
1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, үҙенең отряды менән баш күтәреүселәр яғына сыға. Емельян Пугачёв уға полковник званиеһын бирә. 1774 йылдың 23 мартында Өфө янында И. И. Михельсон командалағында батша ғәскәренә ҡаршы һуғыша. 1774 йылдың июлендә Ҡәнзәфәр Усаев отряды менән берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғаларындағы алыштарҙа ҡатнаша.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кулбахтин Н. М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773—1775 годов. Ч.1. — Уфа, 2005.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таймаҫов С. У. Моратша Сыртланов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.