Һарт — башҡорт ырыуы.

Тарихы үҙгәртергә

Этногенетик риүәйәттәр һәм шәжәрәләр буйынса, һарт һәм башҡа ырыуҙарҙың эпонимдары башҡорттарҙың легендар ата-бабаһы Иштәктең улы булғандар. Был шәжәрә-риүәйәттәр Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың (1768–1838) һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841–1907) хеҙмәттәрендә тасуирланған[1].

XII–ХIV быуаттарҙа һарт ырыуы башҡорт халҡы составына инә һәм башҡорт йәмғиәтендә Һарт аймағын (улусын) барлыҡҡа килтерә[2]. Һарт ырыуы әйле ырыу-ҡәбилә төркөмө составында була.

«Һуңғы Һартай» башҡорт эпосында ХIV быуатта йәшәгән һарт ырыуы башлығы Ялыҡ бейҙең тормошо һүрәтләнә. Ялыҡ бей үҙенең улдары Ҡармасан һәм Сәрмәсән менән бергә Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, алыштарҙа һәләк булған улдарының исеме буйынса Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары — Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған[3].

Себер ханлығы составында булалар, XV–ХVII быуаттарҙа башҡа әйле төркөмө ырыуҙары менән бергә Күсем нәҫеленә оппозицияла торалар[4]. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, һарттар башлыса Себер даруғаһында йәшәйҙәр, бер нисә ауылдары Нуғай даруғаһында була.

XVII—XVIII быуаттарҙа батша хөкүмәте сәйәсәтенә ҡаршы йүнәлтелгән Башҡорт ихтилалдарында ҡатнашалар. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы етәкселәре араһында һарт ырыуының артабанғы вәкилдәре булыуы билдәле: Байкөсөк, Ҡалмаҡҡол Ҡаракөсөков һәм Аҡымбәт Уразов[5]. 1704–1711 йылдарҙағы ихтилал барышында Ҡалмаҡҡол (Ҡолманҡол) Ҡаракөсөков тархан Алдар Иҫәкәевтең иң яҡын яуҙаштарының береһе була, башҡорттар тарафынан хан итеп иғлан ителгән Ырыҫмөхәмәттең кәңәшсеһе («хан атаһы») була[6]. 1715 йылда Лабау ауылынан килгән Аҡымбәт Уразов башлығындағы һарттарҙың төркөмө Бәкәтин улусы башҡорттары тарафынан үҙ общинаһының тиң хоҡуҡлы ағзаһы булараҡ ҡабул ителә. 1740-сы йылдар аҙағында ошонда йәшәгән һарттарҙың ҙур өлөшө хәҙерге Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы биләмәләренә күсә һәм бында Һарт улусын барлыҡҡа килтергән[5].

1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары барышында Һарт улусы Себер даруғаһында баш күтәреүселәрҙең төп базаларының береһе була[7]. Һарт улусында ихтилалсыларҙың етәкселәре Ҡалмаҡҡол (Ҡолманҡол) Ҡаракөсөков, Йософҡол һәм Сөләймән була, шулай уҡ ҡатнашыусылар араһынан Әбдрәш (Әбдрәшит) Уразов билдәле[8]. Ҡалмаҡҡол (Ҡолманҡол) Ҡаракөсөков Минзәлә ҡәлғәһендә үлем язаһына тарттырыла, ихтилалда шулай уҡ уның улдары Ҡадир һәм Күсейҙең ҡатнашыуы билдәле[6].

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Һарт улусы старшинаһы Өмәтәй Ураҙымбәтов Салауат Юлаевтың иң әүҙем яуҙаштарының береһе була[9].

Башҡорттарҙың башҡа ырыу вәкилдәре кеүек, һарттар Рәсәйҙең күп кенә һуғыштарында ҡатнашалар.

Таралып ултырыуы үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы субъекты Район Тораҡ пункттар[10]
Башҡортостан Дыуан районы Арый, Ғабдулйәлил, Иҫке Хәлил, Кисеүбай, Ҡаракүл, Мөлкәт, Мәрйәмғол, Түбәнге Әбсәләм, Үрге Әбсәләм, Әбдрәшит,Әхмәт, Яңы Хәлил
Иглин районы Һарт-Лабау
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡурыйҡарлыман, Һарт-Наурыҙ, Һарт-Шишмә, Яңы Һарт-Наурыҙ, Яңы Һарт-Шишмә
Шишмә районы Һарт-Хәсән
Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Аҙналы[11], Баязит[11], Кесе Солтан, Мышыҡай, Оло Солтан, Һарт-Әбдрәш, Яңы Солтан

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә