Һарт-Наурыҙ
Һарт-Наурыҙ (рус. Сарт-Наурузово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 404 кеше[3]. Почта индексы — 453012, ОКАТО коды — 80235851002.
Һарт-Наурыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Прибельский ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Халыҡ һаны |
404 кеше (2010)[1], 467 кеше (2002)[2], 378 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453012 |
Тарихы
үҙгәртергәҺарт-Наурыҙ ауылы — Урта Азияла тыуып үҫкән һарттар нигеҙ һалған ауыл. Башҡортостанда таджиктар, төркмәндәр һәм үзбәктәр шулай тип атағандар. Шулай уҡ беренсе күскенсе билдәле. Карши улусының баш старшинаһы Шәрип Мерәков Өфө губернаһы канцелярияһында башҡорт халҡынан йыйыу тураһында күрһәтмәләрендә былай тиелә: «Шул уҡ 1741 йылда. Нуғай юлы, Һарт улусы, Наурызҙ ауылынан таджик Науруҙ улы Төмәнсәй менән минән 40 һумлыҡ ике ат алды… тәржемәсе Шәфей Йәнадаровҡа ебәрҙе». XVIII быуат аҙағында наурыҙдар «игенселек менән мәшғүл» булалар, йәйләүгә сығып, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 265 кешегә ни бары 64 бот ҡыш һәм 352 бот яҙғы икмәк сәселә. Был ауылда, Илсекәйҙәге кеүек үк, балыҡсылыҡ үҫешкән. Таҡта ярыу эшен ойошторолған. Мәсет һәм дини «мәктәп» булған[4][5].
Топонимикаһы
үҙгәртергәТарихи яҙмаларға ярашлы, Һарт-Наурыҙға 1712 йылда нигеҙ һалына. Легенда буйынса, Кәлсир исемле башҡорт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә Еҙем ҡултығы менән Ағиҙел ҡушылған ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләр, айырыуса ҡарт-ҡоролары, һарт телендә һөйләшкән. Шуға ла башҡорттар уларҙы һарт тип йөрөткәндәр. Һарттар ауыл ҡорғанда, Наурыҙ исемле кеше уларға ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Наурыҙ тип аталыуы ошоға бәйле.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 741 | ||||
1920 йыл 26 август | 879 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 920 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 743 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 494 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 467 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 404 | 189 | 215 | 46,8 | 53,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 25 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Прибельский): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шәкәр заводы станцияһы): 6 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хөсәйенов Марат Әсҡәт улы (15 май 1944 йыл — 12 декабрь 2016 йыл), хужалыҡ эшмәкәре. 1972—2008 йылдарҙа Өфөнәң Электр транспорты идаралығында яуаплы вазифаларҙа. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы транспорт хеҙмәткәре (2000)[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 179. 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Поселения башкир-сартинцев Кармаскалинского района РБ
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хөсәйенов Марат Әсҡәт улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һарт-Наурыҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
- Сарт-Наурузово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
- Деревня Сарт-Наурузово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
- Хөрмәтулла Абрафиҡов. «Һарт-Шишмә һәм Һарт-Науруз ауылдарының ҡыҫҡаса тарихы» исемле мәҡәлә. «Ағиҙел» журналы. 2010 йыл. 2-се һан.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |