Һарт-Шишмә
Һарт-Шишмә (рус. Сарт-Чишма) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 908 кеше[3]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845007.
Һарт-Шишмә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы) |
Халыҡ һаны |
908 кеше (2010)[1], 993 кеше (2002)[2], 956 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453013 |
Тарихы
үҙгәртергәҺарт-Шишмә — шул уҡ һарттарҙан сыҡҡан башҡорт торамаһы. XVIII быуат аҙағында унда 20 йортта 54 башҡорт һәм 11 типтәр (4 йорт) иҫәпләнгән. Халыҡтың һәм ихаталар һанының артыуы түбәндәге һандарҙа күренә: 1816 йылда 17 йортта 127 кеше, 1834 йылда 19 йортта 126 кеше, 1850 йылда 20 йортта 148 кеше йәшәй. 1859 йылғы X рәүиздә 150 кеше һәм 31 йорт күрһәтелгән. 1870 йылда 478 кеше һәм 85 йорт теркәлгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 952 кеше һәм 191 йорт иҫәпләнә. 1860 йылға тиклем 18 типтәрҙән башҡа, бөтә халыҡтың ер биләмәләре аҫаба тип иҫәпләнгән. Һуңынан халыҡ араһында типтәрҙәр күпселекте тәшкил итә. Уға типтәрҙәр булып киткән бик күп ерһеҙ башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың керҙәшлеге булышлыҡ иткән.
Башҡорттар башлыса эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Бер белдереүҙә улар «йәй буйы күскенсе булып китәләр» тиелә. XVIII быуат аҙағында иген үҫтереүгә «иғтибарһыҙ» булалар.
1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда мәсет һәм уның эргәһендә мәктәп эшләй. [4].
Топонимикаһы
үҙгәртергәҺарт-Шишмә ауылының тарихы Һарт-Наурыҙ ауылының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Тарихи яҙмаларға ярашлы, Һарт-Наурыҙға 1712 йылда нигеҙ һалына. Легенда буйынса, Кәлсир исемле башҡорт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә Еҙем ҡултығы менән Ағиҙел ҡушылған ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләр, айырыуса, ҡарт-ҡоролары һарт телендә һөйләшкән. Шуға ла башҡорттар уларҙы һарт тип йөрөткәндәр. Һарттар ауыл ҡорғанда, Наурыҙ исемле кеше уларға ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Наурыҙ тип аталыуы ошоға бәйле. Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, һуңыраҡ Һарт-Наурыҙ ауылынан 12 ғаилә айырылып сыҡҡан. Улар Ағиҙел үренә табан өс-дүрт саҡрым үрләп, шишмә буйҙарында яңы ауылға нигеҙ һалған. Шулай Һарт-Шишмә ауылы барлыҡҡа килгән. Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1870 йылда уҡ ауылдың мәсете була, мәсет ҡаршыһында мәктәп эшләй. Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә. Ауыл янында Изгеләр зыяраты бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (86 %)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1207 | ||||
1920 йыл 26 август | 952 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1079 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1018 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 905 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 993 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 908 | 451 | 457 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 18 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Ҡыйышҡы): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шәкәр заводы станцияһы): 4 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29.04.1965), йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йыылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2021) артисы. Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 180. 2022 йыл 2 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хөрмәтулла Абрафиҡов. «Һарт-Шишмә һәм Һарт-Науруз ауылдарының ҡыҫҡаса тарихы» исемле мәҡәлә. «Ағиҙел» журналы. 2010 йыл. 2-се һан.
- / Һарт-Шишмә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Ай тотолған төндә» операһы. Йәмил Әбделмәнов менән әңгәмә(недоступная ссылка)
- Әбделмәнов байрам концертына саҡыра
- Ямиль Абдульманов 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |