Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди

Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди (шулай уҡ Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, Ялсығолов Тажетдин Ялсығол улы булараҡ та билдәле[2], әҫәрҙәрен Ялсығол Таджетдин әл-Башҡорди исеме аҫтында баҫа[3], 17681838) — киң билдәле башҡорт[3] тарихсы-ғалимы, яҙыусы, башҡорт суфый-шағиры.

Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди
Тыуған көнө

1767 йәки 1768 й.

Тыуған урыны

Ҡурмаш-Йылға

Вафат көнө

26 июнь 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Вафат урыны

Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе [1] Имәнлебаш ауылы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғилми даирәһе

тарих

Биографияһы

үҙгәртергә

Тажетдин Ялсығолдоң тыуған төйәге аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның «Тәуарихи Булғарийа» («Таварих-и Булгария») әҫәрендә бирелгән шәжәрәһенә ярашлы ул атаһы менән Әй һәм Арша йылғалары араһында ятҡан Ҡурмаш-Йылға ауылында тыуа (хәҙерге Силәбе өлкәһе). Әҙип «Рисаләи Ғәзизә» китабында «аҙ аҙыҡлы, күп яҙыҡлы күҙәй халҡының (ырыуының) ғалимы» тип тә атай үҙен. Күҙәй — әйле ырыуының бер тармағы. Башҡорттоң был ырыуы борон Көнбайыш Башҡортостан, Зәй, Ыҡ йылғалары буйҙарында төйәк итә.

Шәжәрәһе Тажетдин Ялсығолдоң сығышына ла бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Унда ул үҙен «булғар иштәге» тип атай һәм үҙенең башҡорт ырыуы Әйленең тыныш араһына ҡарауын атап үтә. Булған сығанаҡтарға таянып, уның яҡынса тыуған йылын билдәләп була — 1767 йәки 1768 йыл. Бала сағында Тажетдин атаһы менән бик күп сәйәхәт итә. Мәҫәлән, 1775—1776 йылдар тирәһендә улар, тыуған яҡтарын ҡалдырып, сәфәргә сыға. Тажетдиндең атаһы Хаж ҡылырға ниәтләй. Был сәфәр бик күп ваҡытты ала. 1776 йылдан 1781 йылға тиклем Әстерханда, шунан Дағстанда булалар.Тик 1781 йылда ғына Таджетдин атаһы менән Ғосман Империяһына барып етә, Тажетдин Диярбакыр ҡалаһында тороп ҡала, ә Ялсығол юлын дауам итә. Тажетдин Әбд-әш-Шөкөр әфәнделә уҡый. Тажетдиндың яҙмаһы буйынса ул Диярбакырҙа ун дүрт йыл йәшәй, әммә Ғәләүетдинов И. Ғ., күрәһең, дүрт йыл тураһында һүҙ баралыр, тип билдәләй. Аҙаҡ, атаһы Хаж сәфәренән ҡайтышлай, Тажетдин атаһы менән был ҡалала тағы ике йыл йәшәй. Артабан Әстерханда бер йыл, Мәскәүҙә алты ай булалар ҙа Ҡаҙан аша тыуған яҡтарына — Троицкиға юлланалар. Әммә Ҡаҙандан сыҡҡанда уҡ Тажетдиндың атаһы ауырый башлай һәм Мамадыш өйәҙенең Урта Сөн ауылында вафат була. Тажетдин, атаһының васыятына тоғро ҡалып, атаһының зыяратын ташламай, шул төбәктә төпләнә. Өйләнә, балалар тәрбиәләп, байтаҡ йылдар уҡытыу һәм сирлеләрҙе дауалау эше менән шөғөлләнә[4]. Һуңғараҡ ул ғаиләһе менән Мәлем (хәҙер Татарстан Республикаһының Зәй районы Үрге Нәлим ауылы) ауылына күсә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда мулла була. 1838 йылдың йәйендә (26 июндә) Имәнлебаш ауылына сирле кешене дауаларға барғанында юлда вафат була һәм шул ауыл зыяратына ерләнә.

Белеме һәм ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Белемде Тажетдин Ялсығол ауыл мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә ала. Мулла, мөдәрис булып эшләгән йылдарында ижадҡа, ғилми эшмәкәрлеккә тартыла. Шул замандың күпселек уҡымышлылары кеүек, дини-реалистик ҡарашта булып, суфыйсылыҡты үҙ итә. Әммә әҙиптең донъяға ҡарашында ғәҙәти тормошҡа тап килгән фекерҙәр ҙә күп. Уның ҡаршылыҡлы ҡараштары шул заман тарихы, ижтимағи-сәйәси мөхите менән бәйле.

Тажетдин Ялсығолдоң әҙәби эшмәкәрлегендә суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең йоғонтоһо көслө. Уның тормошонда бигерәк тә үзбәк шағиры Аллаяр суфыйҙың ижады айырым урын алып тора. Тажетдин Ялсығол, күп телдәрҙе яҡшы белгәнгә күрә, үҙ әҫәрен ижад итеүгә ҡарағанда, бынан алда йәшәгән башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, нигеҙҙә, дини китаптарҙы тәржемә итеүгә, уларға аңлатмалар яҙыуға өҫтөнлөк бирә. Ул «Кафиәт әл-ҡасидә», «Тәғаллем әс-салат», «Шрут әс-салат» тигән боронғо дини китаптарға аңлатмалар яҙа. Шулай уҡ, «Ғоссам», «Кафиә», «Фәуаи-дөз зияиә» кеүек яҙмаларҙы эшкәртеп, бер китапҡа туплай.[5]

Тажетдин Ялсығол эшкәрткән ун бишләп китап педагогика, медицина, юриспруденция, этика, әҙәбиәт өлкәләрен үҙ эсенә ала. Әммә Тажетдин Ялсығолдо әҙәбиәт донъяһында киң танытҡан «Рисаләи Ғәзизә» әҫәре айырым урында тора. Иң яратҡан ҡыҙының исеме менән аталған әҫәр ҡулъяҙма көйө бик тиҙ тарала, мәҙрәсәләрҙә уҡыу китабы урынына ҡулланыла. «Рисаләи Ғәзизә» 1847 йылда Петербургта баҫыла һәм шунан һуң ҙур тираждар менән донъя күрә һәм үҙ осороноң иң популяр әҫәрҙәренең береһенә әүерелә. Әҙиптең шиғырҙары донъяла ғәҙел йәшәргә, үҙ ҡул көсөң менән көн күрергә, кеше көсөнән файҙаланмаҫҡа, әҙәмдәрҙе рәнйетмәҫкә өндәй.

1976 йылда Әлшәй районында «Рисаләи Шәрифә» исемле ҡулъяҙма әҫәр табыла. Ул 1870 йылда күсерелгән, күләм ҙур ғына, теле төркисә.[6] Тажетдин Ялсығолдоң тағы ла бер киң танылыу алған әҫәре — «Тарихнамәи Болғар» (йәки «Тәуарихи Болғарийа»). Хәҙерге ваҡытта төрлө ғилми китапханаларҙа, архивтарҙа уның тиҫтәләгән күсермәләре һаҡлана. Тажетдин Ялсығол үҙе әйткәнсә, әҙип был әҫәрендә «бабаларымызның яза килгән нәмәләрен», шәжәрәләрен киң йәлеп итә. Был әҫәр Тажетдин Ялсығол ижадының бөтөнләй икенсе, беҙҙең өсөн мөһим үҙенсәлекле яғын аса.

«Тәуарихи Болғарийа»ны Тажетдин 1805 йылда яҙа. Уны яҙғанда Тажетдин «Сыңғыҙнамә», «Тәуарихи диуаир», «Фәрхаднамә» һәм башҡа әҫәрҙәрҙәге тарихи мәғлүмәттәрҙе файҙалана.[7]. «Тарихнамәи Болғар»ға әҙип үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә индерә. Унда тарихи шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәр өҫтөнлөк ала. Хатта 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм унда башҡорттарҙың хәл иткес роль уйнауҙары телгә алына.[8] Әҙип төҙөгән Әйле ырыуы шәжәрәһе тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Шәжәре теленең ябайлығы, автор ҡәләменең шымалығы ла күҙгә ташлана. Ғөмүмән, Тажетдин Ялсығол ижады үҙенең рухы менән үҙған ике быуат араһындағы әҙәби процестан айырылғыһыҙ. Был әҫәрендә әҙип үҙен тарихсы, этнограф, хатта әҙәбиәтсе булараҡ та күрһәтә.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Рисаләи Ғәзизә. СПб., 1847.
  • Рисаләи Ғәзизә. Фи шәрх «Сөбател гаҗизин». Казан, 1908.
  • Ғәләүетдинов И. Г. «Тарих намаи булгар» Таджетдина Ялсыгулова. 2-е изд., перераб. и доп. — Уфа: Китап, 1998.

Балалары

үҙгәртергә

Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың дүрт улы һәм өс ҡыҙы була. Әҙәбиәт донъяһында танылыу килтергән әҫәрен яратҡан ҡыҙының исеме менән «Рисаләи Ғәзизә» тип атай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Татарстан Республикаһының Зәй районы
  2. Шакуров Р. З. Ялсыгул аль-Башкорди.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  3. 3,0 3,1 Галяутдинов И. Г. Ялсыгул Таджетдин аль-Башкорди // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Галяутдинов И. Г. Ялсыгул // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.7. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. С.453.
  5. Вилданов Ә. Х. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди//Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.1. — Өфө. Башҡортостан Китап нәшриәте. 1990. 458 б.
  6. Вилданов Ә. Х. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди//Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.1. — Өфө. Башҡортостан Китап нәшриәте. 1990. 458 б.
  7. ТАРИХ НАМА-И БУЛГАР
  8. Вилданов Ә. Х. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди//Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Т.1. — Өфө. Башҡортостан Китап нәшриәте. 1990. 458 б.
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том. (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990 й., 607 б. 7000 экз.)
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа.
  • Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 1965.

Һылтанмалар

үҙгәртергә