Төп менюны асырға

Оло Солтан (рус. Большое Султаново) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ҡамышлы ауыл советы составына керә.

Ауыл
Оло Солтан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Ҡамышлы ауыл советы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1776

Халҡы

333[1] кеше (2010)

Почта индексы

641085

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 812 002

ОКТМО коды

37 632 412 106

ТарихҮҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Оло Солтан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һарт улусы составында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Оло Солтан ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Оло Солтан ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

ХалҡыҮҙгәртергә

1795 1834 1866 1900
299 761 1040 1528
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
333

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[3].

ИнфраструктураҮҙгәртергә

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә