Арый
Арый (рус. Ариево) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 385 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКА
Ауыл | |
Ариево башҡ. Арый | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452539 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәАрый ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 18 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл стацияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 93 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәАрый ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауыл атамаһы уға нигеҙ һалыусы кеше исеменә бәйле. Сығанаҡтарҙа Арый исеме күренмәй. 1816 йылғы VII рәүиз материалдарында билдәләнгәнсә, Арыйҙың ике улы булған. Олоһо — Әмин Ариев 1776 йылғы, уның улы — Сафиулла. Арыйҙың кесе улы — Ниғмәтулла Ариев 1779 йылғы, уның ике балаһы: Мөлхиә һәм Алмашәкәр, һәм уларҙың 1894 йылда әле иҫән булыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар.
1795 йылда Арый ауылындағы 13 йортта 76 кеше, 1816 йылда 14 йортта — 114 кеше, 1834 йылда 30 йортта — 188 кеше йәшәгән.
Ауылда йәшәүселәр арыш, һоло, арпа һәм бойҙай сәскән. Иген үҫтереү бик файҙалы булған. Ашлыҡты аттар менән көнсығыш төбәктәргә алып барып һатыр булғандар. Көнбайышҡа иһә Әй йылғаһындағы Мәтәле пристаненән һыу юлы менән оҙатҡандар. Картуф ултыртыу ҙа күптәрҙең хәлен еңеләйткән.
Арыйҙа 1 һуҡҡыс һәм елгәрткес, тирмән булған. Халыҡ күпләп мал да тотҡан.
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Мырҙалар-Мәсетле улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Арый ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1842 йылда 188 кешегә 53 сирек ужым һәм 274 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, шулай уҡ 7 сирек, йәки 56 бот картуф ултыртылған. Быуат аҙағында өс баҫыу сәсеү әйләнеше еңгән. Арыш, һоло, арпа, бойҙай сәскәндәр. Баҫыуҙарҙы тиреҫ менән ашлағандар. 1-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән булған. Урындағы тоҡом малы үрсетелгән. Үҙҙәре әҙерләгән бесән етмәгән, шуның өсөн 20 бот бесән йөгөн 1 һумға Мәсәғүт ауылы баҙарынан һатып алғандар.
1859 йылда Арый ауылындағы 29 йортта — 256, 1870 йылда 37 йортта — 119, 1920 йылда 89 йортта — 461 кеше йәшәгән.
1865 йылда 37 йортта 255 кешк йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда 1878 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән.
Әлеге ваҡытта ауылда 1-се һанлы Мәсәғүт лицейы филиалы — Арый төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәАрыйҙа башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 461 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 271 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 294 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 399 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 361 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 385 | 187 | 198 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы (Зиннәт Ҡотип) (1918—1944) — шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1944 йылда Белоруссияны азат иткән алыштарҙа һәләк була.
- Хәлит Дәүләтов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (3.01.1914—24.12.1996), халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[5].
- Кәбиров Артур Зиннур улы (1985, Арыйҙа тыуған) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 2007 йылда Мәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге Бөтә Рәсәй юғары театр училищеһын (В. П. Селезнёв оҫтаханаһы) тамамлаған. Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауеаты[6].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Сейәлетау
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Тәбиғәт һәйкәле Арый янындағы тауҙа үҫкән дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары тәбиғәт һәйкәле булып тора[8].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Арый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кабиров Артур
- Артур Кәбиров «Теге өсәү» тапшырыуында
- Памятники природы Дуванского района
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Арый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Арый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2018)
- ↑ [1]
- ↑ Карта д. Ариево. Улицы
- ↑ Памятники природы Дуванского района
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |