Ҡөрьән халыҡтары — Ҡөрьәндә телгә алынған халыҡтар һәм ҡәбиләләр. Уларға түбәндәгеләр инә: ғәдтәр, әйкәттәр, бәнү Исраил, мидьяндар, ҫамуд, ҡарйәләр, рассиҙар һәм башҡалар.

Ғәдтәр (ғәр. عاد‎ — ғәд; рус. адиты) — Ҡөрьәндә һәм мосолман риүәйәтендә: Ғәрәбстандың һәләк булған «ҡәүемдәренең» береһе; «алпамышалар ҡәбиләһе». Ҡөрьәндә улар әл-Әхкәфтә йәшәгән, шәрехләүселәр фекеренсә, бында һүҙ Көнсығыш Һадрамаут сүллегендәге Йәмән тураһында бара. Ғәдтәр Ҡөрьәндә Аллаһы тәғәләнең тәкәббер һәм иман килтереүҙән баш тартҡан кешеләрҙе юҡ итеүе миҫалы итеп телгә алына[1].

Әйкәттәр

үҙгәртергә

Әйкәттәр (ғәр. أصحاب الأيكة‎, рус. Айкиты) — Шөғәйеп пәйғәмбәрҙе ҡабул итмәй, ялған пәйғәмбәр тип иғлан иткән халыҡ. Ҡөрьәндең 26-сы сүрәһенең 176-184-се аяттарында телгә алына[2].

Ҡарйәләр

үҙгәртергә

Ҡарйәләр (ғәр. أصحاب القرية‎ (Әсхәб әл-Ҡарйә — «ауыл халҡы») йәки (ғәр. أهل أنطاكية‎ (әһлү Антакиәтән) — «Антакья кешеләре») — Антакьяла (Антиохия) Аллаһтың рәсүлдәрен инҡар иткән ҙур булмаған ауыл кешеләре. Ҡайһы бер дин белгестәре Ҡөрьәндәге был тарихты Павел һәм Варнаваның Апостолдар тураһындағы вәғәзе менән бәйләй[3].

Ухдудтар

үҙгәртергә

Ухдудтар (ғәр. أصحاب الأخدودәсхәб әл-Ухдуд, рус. люди рва — йырын кешеләре) — фараз ителеүенсә, башлығы Йософ Асар булған йемен йәһүдтәре. Улар 523 йылда бының өсөн махсус ҡаҙылған соҡорҙа Нәжрән ҡалаһында йәшәгән йәмән нәсараларын ҡала башлығы Арефа менән бергә яндырғандар. Ҡөрьәндең Әл-Бурудж сүрәһендәге аяттарҙа (85:4-7) «дин өсөн ғазап күргән нәсаралар» телгә алына. Риүәйәт буйынса, йәһүд динен ҡабул иткән йемен батшаһы Йософ Асар Эфиопияның йоғонтоһо үҫә барыуына борсолоп, башлыса православие христиандары йәшәгән Нәжрән ҡалаһын ҡамай һәм яулап ала[4].

Филлеләр

үҙгәртергә

Филлеләр (ғәр. أصحاب الفيلәсхәб әл-фил, рус. Асха́б аль-филь — фил хужалары) — Әбриһәт үл-Әшрами (ғәр. أبرهة الأشرم‎) етәкселегендәге эфиоп христиандары ғәскәрҙәре. Риүәйәттәргә ярашлы, был ваҡиға Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған йылда булған, һәм «фил ваҡиғаһы» исеме алған. Был тарих Ҡөрьәндең 105-се Әл-Фил сүрәһендә бәйән ителгән[5].

Рассиҙар

үҙгәртергә

Рассиҙар, әр-Расс кешеләре[6] (ғәр. أصحاب الرسасхаб ур-Росси, рус. Асхаб ар-Расс — «әр-Расс кешеләре», « ҡоҙоҡ кешеләре») — Ҡөрьәндә ғәдтәр һәм ҫамудтар менән бер рәттән телгә алынған халыҡ. Улар ҙа Аллаһ үҙ пәйғәмбәре аша кешеләрҙе хаҡ юлға күндерергә тырышҡанда быны эшләүҙән баш тарталар һәм ерҙә намыҫһыҙлыҡ ҡылалар.

Бәнү Исраил

үҙгәртергә

Бәнү Исраил (ғәр. بنو إسرائيل‎ — «Исраил улдары») — йәһүд халҡының атамаларының береһе. Ҡөрьәндә яҡынса 40 тапҡыр (Муса пәйғәмбәр тормошо һәм Мысырҙан йәһүд халҡының китеүе тураһындағы хикәйәләр менән бәйле телгә алына[7].

Израиль исеме Яҡуп пәйғәмбәр исемдәренең береһе була, унан израилдәрҙең 12 быуыны тарала. Ул Ҡөрьән аятында (3:93) телгә алына, ә боронғо семит телендә "Аллаһ ҡоло"тигәнде аңлата. Ҡайһы бер аяттарҙа бәнү Исраил араһында Ғайса пәйғәмбәр ҙә атала[8][9][10][11].

Мидйәндәр

үҙгәртергә

Мидйәндар (бор.-йәһ. מִדְיָן [Мидйән], грек. Μαδιάμ, рус. Мадианитяне) — ярым күсмә халыҡ, Библияла һәм Ҡөрьәндә (Әл-Әғрәф сүрәһе, Һуд сүрәһе һ.б.) телгә алына. Ибраһим пәйғәмбәрҙең вариҫтары булып иҫәпләнгәндәр (өсөнсө ҡатыны Хеттуранан тыуған улдары Мидйән аша). Синай ярымутрауында һәм Ғәрәбстандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгәндәр[12].

Ҫамуд (ғәр. ثمود‎, рус. Самуд) — ислам динендә: Ғәрәбстандың юҡҡа сыҡҡан «төп» халыҡтарының береһе. Ҡөрьәнгә ярашлы, Аллаһ уларҙы үҙ гонаһтары— Сәлих пәйғәмбәрҙең өгөт-нәсихәттәренә һәм Аллаһ тыйыуҙарына эйәреүҙән баш тартҡан өсөн юҡ иткән ҡәүем[13].

Тубба халҡы (ғәр. تُبّْع‎) — Ҡөрьәндә: үҙенә ебәрелгән пәйғәмбәрҙе ҡабул итмәгән һәм бының өсөн һәләк булған халыҡ.

Тубба халҡы «Төтөн» сүрәһендә телгә алына. Кафырҙарҙың һөжүмдәренә яуап итеп Аллаһ Мөхәммәт пәйғәмбәргә: «Элеккеләр яҡшыраҡмы инеме, әллә Тубба халҡымы? Беҙ уларҙы һәләк иттек, сөнки улар гөнаһлылар ине»[14]. Тубба халҡы ғәдтәр, ҫамудтар, мидьяндар кеүек үк кафырлыҡ өсөн һәләк ителә. Әл-Кәһф сүрәһендә Аллаһ: «… баҡса ла, Фирғәүен дә, Лут туғандары ла, әйкәттәр ҙә, Тубба халҡы ла улар бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙе алдаҡсы тип һананы, Минең янауым аҡланды», — ти[15][16].

Йәжүж менән Мәжүж

үҙгәртергә

Йәжүж менән Мәжүж (ғәр. يأجوج ومأجوج ‎.— йәджүдж үә мәджүдж) — ислам эсхатологияһында, алыҫ көнсығышыта йәшәгән, ерҙә боҙом менән шөғөлләнгән ҡәбиләләр[17]. Изге Яҙмалағы Гог һәм Магогҡа тура килә[18].

Ҡөрьәндән аяттар

үҙгәртергә
  • Әллә уларға үҙҙәренә тиклем булған кешеләр тураһыыда хәбәр килмәнеме — Нух халҡы тураһында, һәм Ғәд, һәм Ҫәмүд, һәм Ибраһим халҡы, һәм Мәдйән халҡы, һәм йөҙ түбән ауҙарылғандар тураһында? Уларға асыҡ аяттар менән рәсүлдәре килде. Аллаһ уларҙы йәберләүсе булманы, ләкин улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар! (Тәүбә сүрәһе, Ҡөрьән, 9:70)
  • Уларҙан алда ла Нух халҡы ла, Ғәд халҡы ла, ҡаҙыҡтар оҫтаһы Фирғәүен дә, Ҫәмуд, Лут ҡәүемдәре лә, Әйкә халҡы ла пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарып, мыҫҡыл иттеләр. (Сад (Дауыт) сүрәһе, Ҡөрьән, 38:12-13)
  • Уларҙан алда Нух ҡәүеме, үә ҡойоға табыныусы ҡәһем, үә Ҫәмуд ҡәүеме пәйғәмбәрҙәргә ышанманылар. Үә Ғәд ҡәүеме, фирғәүен ҡәүеме, Лут ҡәүеме, Әйкә ғәүеме, Түббә ҡәүеме лә үә Лут ҡәрҙәштәре пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарҙы. (Ҡаф сүрәһе, Ҡөрьән, 50:12-13)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ислам: ЭС, 1991
  2. Али-заде, А. А. [908 Шуайб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  3. Abdullah Yusuf Ali, Qur’an: Text, Translation and Commentary, notes on 36:13-21
  4. Александр Рыбин Древнее христианство на Ближнем Востоке (русский) // журнал "Дарьял". — 2021. Архивировано из первоисточника 7 декабрь 2021.
  5. Ҡөрьәндең 105-се сүрәһе Әл-Фил
  6. Али-заде, А. А. Асхаб ар-Расс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  7. Мухаммад — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  8. Әлү Ғимран, 49-сы аят
  9. Әл-Мәидә, 5:72-78
  10. Әл-Мәидә сурәһе, 46-сы аят
  11. Али-заде, 2007, Бану Исраил
  12. Гиксосы и их потомки. Дата обращения: 23 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 29 май 2009 года.
  13. M. Th. Houtsma et al., eds., E.J. Brill’s first encyclopaedia of Islam, 1913—1936
  14. Әд-Дүхан сүрәһе, 44:37
  15. Ҡаф сүрәһе, 50:13
  16. Пиотровский М. Б., 1991, с. 152
  17. Али-заде, 2007
  18. Ислам: ЭС, 1991
  • Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде А. А. Народы и племена // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • Encyclopaedia of Islam. 2nd ed : [англ.] : in 12 vol. / ed. by P. J. Bearman, Th. Bianquis, C. E. Bosworth, E. van Donzel, W. P. Heinrichs et al. — Leiden : E.J. Brill, 1960—2005. (платн.)
  • Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991. — 219 с. — 100 тыс. экз. — ISBN 5-02-017250-2.
  Тышҡы медиафайлдар