Мидйәндәр
Мидйәндар (бор.-йәһ. מִדְיָן [Мидйән], грек. Μαδιάμ, рус. Мадианитяне) — ярым күсмә халыҡ, Библияла һәм Ҡөрьәндә (Әл-Әғрәф сүрәһе, Һуд сүрәһе һ.б.) телгә алына. Ибраһим пәйғәмбәрҙең вариҫтары булып иҫәпләнгәндәр (өсөнсө ҡатыны Хеттуранан тыуған улдары Мидйән аша). Синай ярымутрауында һәм Ғәрәбстандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгәндәр[1]. Йәһүд Библияһына ҡараған Судьялар Китабында (Суд. 8:24) мидйәндар Исмәғил тоҡомдары менән тиңләштерелә.
Мидйәндәр | |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Ҡөрьән, Книга Судей Израилевых[d], Книга Чисел[d], Книга Бытия[d] һәм Книга Исход[d] |
---|
Мидйәндәрҙе ҡырыу
үҙгәртергәРаббы Муса пәйғәмбәргә Ваал-Фегорға табынған өсөн мидйәндәрҙе эҙәрлекләргә ҡуша, йәһүдтәр тарафынан мидйән халҡының бөтә балиғ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары, ир-егеттәре һәм ир балалары юҡ ителә.
и сказал им Моисей: для чего вы оставили в живых всех женщин? <…> Убейте всех детей мужского пола и всех женщин, познавших мужа на мужском ложе, убейте; а всех детей женского пола, которые не познали мужеского ложа, оставьте в живых для себя
— Чис. 31:15-18
675 мең ваҡ мал, 72 мең эре мал, 61 мең ишәк һәм 32 мең ҡыҙ (Чис. 31:32–35). Был табыштың бер өлөшө, шул иҫәптән 32 мидйән ҡыҙҙары Раббы өсөн ҡалдырылған. Шулай уҡ Раббыға алтын һәм аҡса рәүешендә ҡорбандар килтерелә.
Библияның ҡайһы бер трактовкалары буйынса, мидйән ҡыҙҙары яңынан тәрбиәләү һәм артабанғы ассимиляция өсөн тере ҡалдырылған, башҡа табыш йәһүд общинаһының бөтә ағзалары араһында бүленә.
Сәнғәттә
үҙгәртергәМидйәндәрҙең ҡырылыуы Кремлдең Алтын палатаһындағы һүрәттәрҙең береһендә һынландырылған. Ихтимал, был сюжет рәссам тарафынан Иван Грозныйҙың татар ханлыҡтарын яулап алыуы менән ассоциациялаштырылғандыр[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гиксосы и их потомки . Дата обращения: 23 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 29 май 2009 года.
- ↑ Забелин И. Е. Государев двор, или дворец. М., 1990. — С. 200—201.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мадианитяне 2019 йыл 13 март архивланған. jesuschrist.ru
- Геноцид в Библии Homo economicus’ Weblog
- Геноцид в истории citizendia.org
- Андрей Десницкий Призывает ли Библия к геноциду? pravkniga.ru
- Размышления о геноцидах и жестокости, описываемых в Библии // Исламская Апологетика. Ответы критикам Ислама. // Сайт Айдына Али-заде Баку: Идрак, 2008 (420 стр.)
- Glenn Miller. Good question…What about God’s cruelty against the Midianites? A Christian Thinktank (15 май 2001). Дата обращения: 24 апрель 2011. Архивировано 8 апрель 2012 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |