Ҫамуд
Ҫамуд (ғәр. ثمود, рус. Самуд) — ислам динендә: Ғәрәбстандың юҡҡа сыҡҡан «төп» халыҡтарының береһе. Ҡөрьәнгә ярашлы, Аллаһ уларҙы үҙ гонаһтары— Сәлих пәйғәмбәрҙең өгөт-нәсихәттәренә һәм Аллаһ тыйыуҙарына эйәреүҙән баш тартҡан өсөн юҡ иткән ҡәүем.
Ҫамуд | |
Ҫамуд Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАнтик сығанаҡтарға ярашлы, ҫамуд ҡәбиләһе Хижәздең төньяғында йәшәгән, шул уҡ районда мосолман йолалары ла киң таралған. Ҫамудтар тураһында Ассирия батшаһы яҙмаларында иң боронғо телгә алыу б.э.т. 715 йылға ҡарай[1].
Ҫамуд шулай уҡ «Tamudaei» булараҡ та Хиос Аристоны, Клавдий Птолемей и Өлкән Плиний хеҙмәттәрендә телгә алына[2]. Сәғүд Ғәрәбстанының төньяҡ-көнбайышында күп һанлы мәмерйә ҡәберлектәре һәм ҡаралтылары бар, улар Ҡөрьән тасуирламаларының нигеҙе булыуы мөмкин.
Ҫамудтарҙың һәләк булыуы күренеше Ҡөрьәндә [«тетрәү»[3], «йәшен тиҙлегендәге емерелеш»[4]] ер тетрәү тасуирламаһын хәтерләтә.
Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Сәлих пәйғәмбәр Ҫамудты дауылдан юҡ ителгән ғәдтәрҙең фажиғәле яҙмышынан ҡотҡарыу өсөн ебәрелгән булған, әммә ҫамудтар Тәүхидте кире ҡаға. Урта быуат тарихсыһы Ибн Хәлдүн ҫамудтарҙы хронологик йәһәттән уларҙың туғанлығын күрһәтеп әмәликтәр менән химйәрҙәр араһына урынлаштыра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Самуд // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 404.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |