Ухдудтар (ғәр. أصحاب الأخدودәсхәб әл-Ухдуд, рус. люди рва — йырын кешеләре) — фараз ителеүенсә, башлығы Йософ Асар булған йемен йәһүдтәре. Улар 523 йылда бының өсөн махсус ҡаҙылған соҡорҙа Нәжрән ҡалаһында йәшәгән йәмән нәсараларын ҡала башлығы Арефа менән бергә яндырғандар. Ҡөрьәндең Әл-Бурудж сүрәһендәге аяттарҙа (85:4-7) «дин өсөн ғазап күргән нәсаралар» телгә алына.

Ухдудтар

Ҡөрьән Кәримдә

үҙгәртергә
  Да сгинут губители [невинных] возле рва — [губители], которым [был уготован] огонь пылающий, в тот самый миг, когда они собрались возле этого [т. е. пылающего рва], радуясь тому, что они творят с верующими.
 

Нәжрән нәсаралары

үҙгәртергә

Йемен ваҡиғалары тураһында хәбәрҙәр Ғәрәбстанда киң таралған була. Риүәйәт буйынса, йәһүд динен ҡабул иткән йемен батшаһы Йософ Асар Эфиопияның йоғонтоһо үҫә барыуына борсолоп, башлыса православие христиандары йәшәгән Нәжрән ҡалаһын ҡамай һәм яулап ала[1] (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең биографы Ибн Исхаҡ Нәжрәнде үҙ ваҡытында көньяҡ Ғәрәбстанда христианлыҡ таралған беренсе урын тип атай). Баҫҡынсы-йәһүдтәр үҙ диненән баш тартмаһа һәм йәһүдилеккә күсмәһә, нәжрән христиандарына үлем менән янай. Нәжрәндәр үҙ динендә ҡалыуға өҫтөнлөк биргән һәм яндырылған.

  • Пиотровский М. Б. Асхаб ал-Ухдуд // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 25.;
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.;
  • М. Б. Пиотровский. Южная Аравия в раннее средневековье: Становление средневекового общества. М., 1985, — (С.164—365);
  • А. Г. Лундин. Южная Аравия в VI веке. — ПС. 1961, — (8, С.31—45);
  • A. J. Wensinck. Ashab al-Ukhdud // Enzyklopaedie des Islam. 1 — 4. Leiden-Leipzig, (1908), 1913—1934. — (1/498—499);
  • W. M. Watt. The Men of the Ukhdud // The Muslim East. Budapest, 1974;
  • R. Paret. Ashab al-Ukhdud // The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London. — (1/692);
  • H. Speyer. Die Biblischen Erzahlungen im Qoran. Grafenhainichen, 1931. — (424—425);
  • A. Moberg. The Book of the Himyarites. L., 1924.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Александр Рыбин Древнее христианство на Ближнем Востоке (русский) // журнал "Дарьял". — 2021. Архивировано из первоисточника 7 декабрь 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә