Әл-Фил сүрәһе

Изге Яҙманың 5 аяттан торған 105-се сүрәһе. Фил хайуаны хөрмәтенә аталған. Мәккәлә иңгән.

Әл-Фил сүрәһе (ғәр. سورة الفيل‎ ) (Фил), Ҡөрьән Кәримдең 105-се сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 5 аяттан тора.

Әл-Фил сүрәһе
سورة الفيل

Әл-Фил сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Фил

Статистика
Сүрә номеры

105

Аяттар һаны

5

Джүз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Һумәзә сүрәһе

Киләһе сүрә

Ҡурәйш сүрәһе

QuranAcademy.org
Әл-Фил сүрәһе

Риүәйәте: Пәйғәмбәрҙең донъяға килере йылы Йәмән иленең хакимы Әбраһа бине Сабах әл-Әшрәм Санга ҡалаһында бер ғибәҙәтхана төҙөткән. Барса халыҡтың Ҡәғбәтулланан үҙҙәренә йөрөй башлауын теләгән. Шул ниәтен ишетеп, бер ғәрәп әлеге сиркәүгә инеп, нәжес менән буяп бөткән. Әбраһаның асыуы сығып, Ҡәғбәтулланы емерергә ант иткән. Мәхмүди исемле бер ҙур филде ғәскәре алдына ҡуйып сәфәргә сыҡҡан. Ул саҡта Мәккәнең хакимы булып Пәйғәмбәребеҙҙең олатаһы Ғәбделмоталлип торған. Ул халыҡҡа тау араларына ҡасырға бойорған да Ҡәғбәтуллаға килеп, доға уҡып, ҡәүеме янына киткән. Фил ҡалаға яҡынлашҡас, Ҡәғбәтуллаға хөрмәт йөҙөнән теҙ сүккән дә, күпме туҡмаһалар ҙа урынынан тормаған да ҡуйған. Шул саҡ күк йөҙөндә тамуҡ ҡоштары пәйҙә булған. Уларҙың томшоҡтарында ташҡа әйләнгән балсыҡ булған. Таш тейгән кешеләр һәләк булған, ҡалғандары ҡасҡан. Әбраһаның тәнендә бер ҙур йәрәхәт барлыҡҡа килгән. Ҡалаға ҡайтып еткәс, шунда йән биргән.

Ғәрәпсәһе

үҙгәртергә



بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. اَلَمۡ تَرَ کَیۡفَ فَعَلَ رَبُّکَ بِاَصۡحٰبِ الۡفِیۡلِ

  2. اَلَمۡ یَجۡعَلۡ کَیۡدَہُمۡ فِیۡ تَضۡلِیۡلٍ

  3. وَّ اَرۡسَلَ عَلَیۡہِمۡ طَیۡرًا اَبَابِیۡلَ

  4. تَرۡمِیۡہِمۡ بِحِجَارَۃٍ مِّنۡ سِجِّیۡلٍ

  5. فَجَعَلَہُمۡ کَعَصۡفٍ مَّاۡکُوۡلٍ



Транскрипцияһы: Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Ә ләм тәра кәйфә фәғәлә раббукә би'aсхәәбил-фиил
  2. Ә ләм йәджғәл кәйдәһум фии тадлиил
  3. Үә әрсәлә ғәләйһим тайрән әбәәбиил
  4. Тәрмииһим бихиджәәратим миң сиджжиил
  5. Фәджәғәләһум кәғасфим мәькүүл

Тәржемәһе

үҙгәртергә

Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән...

  1. (Әй Мәхәммәт ғ.с.) Раббыңдың фил эйәләренә ни эшләгәнен күрмәнеңме?
  2. Уларҙың хәйләкәрлектәрен бушҡа ебәрмәнеме??
  3. Уларға туп-туп ҡош ебәрҙе.
  4. Ҡоштар уларға ташҡа әүерелгән балсыҡ атты;
  5. Аллаһы тәғәлә шул таштар менән уларҙы иҙелгән үлән кеүек итте.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://www.shortsuras.ru/al-fil/ 2013 йыл 3 март архивланған.


  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә