Филлеләр (ғәр. أصحاب الفيلәсхәб әл-фил, рус. Асха́б аль-филь — фил хужалары) — Әбриһәт үл-Әшрами (ғәр. أبرهة الأشرم‎) етәкселегендәге эфиоп христиандары ғәскәрҙәре. Риүәйәттәргә ярашлы, был ваҡиға Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған йылда булған, һәм «фил ваҡиғаһы» исеме алған. Был тарих Ҡөрьәндең 105-се Әл-Фил сүрәһендә бәйән ителгән[1].

Филлеләр

Тарихы үҙгәртергә

VI быуат уртаһында Эфиопияның христиан хакимы Әбриһәт ғәрәптәрҙе Ҡәғбәгә хөрмәт күрһәтеүҙән биҙҙереү маҡсатында Сана ҡалаһында мөһабәт сиркәү төҙөтә. Ул ғәрәптәрҙең был сиркәүгә хаж ҡылырына иҫәп тота, әммә улар Ҡәғбәне хөрмәтләүен дауам итә. Шул саҡта асыуланған Әбриһәт Ҡәғбәне емерергә ҡарар итә һәм ғәскәрҙәре менән Мәккәгә йүнәлә. Мәккәләрҙе ҡурҡытыу өсөн уның ғәскәрендә иҫ киткес ҙур фил була. Ошо сәбәпле ваҡиғалар барған йылды «Фил» йылы, ә ваҡиғаның үҙен «фил ваҡиғаһы» тип атайҙар[2].

Мәккәләр Әбриһәт армияһының ҡаршылығын ойоштора алмай. Ҡалаға яҡынлашҡас, ғәскәрҙәр Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең олатаһы Ғәбд әл-Моталлиптың малын баҫып ала . Ҡорайыштар башлығы Ғәбд әл-Моталлип Әбриһәткә һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн килә, уның Ҡәғбәне емерергә йыйыныуын күреп, кире ҡайта һәм, бөтә халҡын алып, ҡаланы ташлап китә. Мәккәләр тауҙа урынлаша[2].

Әбриһәт ғәскәрҙәрен ҡалаға йүнәлткәс, күктә ҡара ҡоштар тубы килеп сыға (әбәбил) һәм уларға таш ташлай башлай. Риүәйәт буйынса, таш тейгән урындарҙа тирелә барлыҡҡа килгән сей яра тәрәнәйә барып, ғәскәрҙе ҡыра башлай. Сараһыҙҙан, ғәскәргә сигенергә тура килә. Һәләк булғандар араһында Әбриһәт үҙе лә була. Шулай итеп, Аллаһ Ҡәғбәне Һәм Мәккәне юҡ итеүҙән ҡотҡара[2].

«Фил йылы» 570 йылға тура килә тип иҫәпләнелә[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Асхаб аль-Филь // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Shahīd, Irfan. People of the Elephant // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Georgetown University, Washington DC, Brill.