Ҡадәр һәм ҡаза
Ҡадәр (Ҡәҙәр) һәм ҡаза (ғәр. قدر و قضاء — ҡадәр үә ҡаза (яҙмыш һәм ҡаза); рус. Кадар и када) — Аллаһы Тәғәлә бөтә нәмәне алдан билдәләүҙе аңлатҡан ислам терминдары. Ислам дине тәғлимәтенә ярашлы, Аллаһы Тәғәлә үҙ ихтыяры менән бар нәмәлә лә, бөтәһе өсөн дә ҡарар ҡабул итә. Аллаһ яралтҡан бөтә йән эйәләре ихтыяр иркенә эйә. Фәрештәләр генә (мәләикә) ихтыярҙан мәхрүм һәм Аллаға һис шикһеҙ буйһона.
Ҡадәр һәм ҡаза | |
Нимә менән тоташа | Goodness of God in Islam[d] һәм нима[d] |
---|---|
Ҡадәр һәм ҡаза Викимилектә |
Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә ышаныу имандың алты терәгенең береһе булып тора, ул барлыҡ мосолмандар өсөн дә мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта бөтә хаҡ динле ислам ғөләмәләре Аллаһ тәҡдиренең асылын һәм проблемаһын кеше аңлап бөтмәүе менән килешә. Кешегә Аллаһ атрибуттарын (сифаттарын) һәм уның ихтыярын аңлау бирелмәгән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ярашлы хәҙистәре һәм иҫбатлау нигеҙенең булмауы арҡаһында фаҡиһтар был проблеманың асылында тәрәнгә инмәҫкә кәңәш итә[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәрәп һүҙе ҡадәр бик күп, шул иҫәптән «нисбәт», «күләм», «дәүмәл», «дәрәжә» тигән мәғәнәләргә эйә. Төньяҡ-көнбайыш семит мәҙәниәтендә термин «сикләнгән арауыҡ» тигәнде белдерә. Ҡөрьән был термин «ысынбарлыҡта булған нәмәләргә, шул иҫәптән кеше ғәмәлдәренә лә ҡағылған илаһи ҡаза күрәсәк» тип аңлата[2]. Ҡадәр Ҡөрьәндең аяттарында ҡулланыла:
Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы, һис бер ниндәй бала атаһы булмаған, хужалығында Үҙенә тиңе булмаған, һәр нәмәне яралтып (юҡтан бар итеп), һәр нәмәгә тәҡдир яҙып, бер тәртипкә килтергән (Аллаһ) бөйөктәрҙең бөйөге» |
Ҡаза һүҙе «Хөкөм»,"бойороҡ", «ҡазалау, яза биреү» тигәнде аңлата һәм Ҡөрьәндең бер нисә аятында ҡулланыла, мәҫәлән:
Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә хөкөм (үәҡаҙа) итте. Әгәр һинең ҡаршыңда ата-әсәләреңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға «Уф!» — тип тә әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙ генә әйт. |
Төрлө мәҙһәбтәрҙә ҡадәр һәм ихтыяр азатлығы
үҙгәртергәУрта быуат ислам фекеренең үҫешендә ҡадәр һәм ҡаза проблемаларына төрлө ҡараштар барлыҡҡа килә. Ҡадәр проблемаһы кәләмдә иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһенә әйләнә. Ҡөрьәндә кешенең Аллаһ тәҡдиренә ныҡ бәйле булыуын раҫлаусы аяттар, шулай уҡ мосолмандың ҡылыҡтары өсөн яуаплылығын иғлан итеүсе аяттар булғанлыҡтан, урта быуаттарҙағы төрлө мәктәптәр араһында тәҡдир һәм кеше ихтыяры нисбәте мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәхәстәр алып барыла. Төрлө философия мәктәптәре үҫешә, мөғтәзилиҙәр күренекле вәкилдәре булып китә[1].
Килеп тыуған мөһим сәбәптәргә бәйле, дини-философия фекеренең төрлө йүнәлештәренә һәм секталарға идеологик ҡаршы тороу кәрәклеге сәбәпле сөнни әшғәриҙәр һәм мәтүридиҙәр шулай уҡ ҡадәр мәсьәләһе буйынса үҙ концепцияларын әҙерләй башлаә.
Мәтүридиҙәр тәғлимәтенә ярашлы, ҡаза — был ваҡиға булған мәлдә Аллаһ тарафынан алдан билдәләп ҡуйылған ваҡиғаның тормошҡа ашыуы. Шулай итеп, ҡадәр ҡазаға ҡарағанда киңерәк төшөнсә булып сыға[1].
Әшғәриҙәр иһә ҡазаны ҡадәрҙән алдараҡ ҡуя, сөнки был Аллаһы тәғәләнең Ҡөҙрәте тип һанай[1].
Ислам доктринаһына ярашлы, Аллаһы тәғәлә кешегә аҡыл һәм ихтыяр биргән, шуның арҡаһында ул үҙ аллы эш итә, Аллаһының йәшәйешен аңлай һәм аңлы рәүештә ғибәҙәт ҡылыу акттарын башҡара ала. Кеше ҡылған ғәмәлдәре өсөн үҙе яуаплы, һәм быларҙың барыһы өсөн дә хөкөм көнөндә уға Хаҡ тәғәлә алдында яуап тоторға тура киләсәк. Шәриғәт буйынса эш итеүселәр әжәле еткәс бүләкләнәсәк, ә кафырҙар ҡаты язаға тарттырыласаҡ[1].
Шиғый-жәғәфәриҙәр һәм зәйдиҙәр шулай уҡ ҡадәр һәм ҡаза мәсьәләһе буйынса үҙ доктриналарында мәтүридиҙәргә яҡын[1].
Төрөк телендә ҡадәр төшөнсәһе (яҙмыш, күрәсәк) «ҡисмәт» һүҙе менән бирелә.
Башҡорт телендә
үҙгәртергәБашҡорт теленә лә ғәрәп теленән ҡадәр «ҡәҙәр» һүҙенә әүерелеп килеп ингән һәм «яҙмыш» тигәнде аңлата[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Али-заде, 2007
- ↑ Ньюби, 2007, с. 142
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит;751-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [402 Кадар и Када] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- Пиотровский М. Б. Ислам и судьба // Понятие судьбы в контексте разных культур. — М., 1994. — С. 92—97.
- Султанов Р. И. Кадар // Философский энциклопедический словарь / Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. — М.: Советская энциклопедия, 1983. — С. 239. — 840 с. — 150 000 экз.
- Умар Сулейман Ашкар. Судьба и предопределение / пер. Э. Кулиев. — 2009.