Яҙмыш (шулай уҡ тәҡдир, күрәсәк, насип) — кеше, халыҡ һәм башҡалар йәшәйешенә тәьҫир яһаусы һәм уны көн элгәре билдәләүсе тарихи ваҡиғалар, күренештәр күплеге; ваҡиғаларҙың, ғәмәлдәрҙең алдан билдәләнеүе; күрәсәк, юғары көс.

Яҙмыш
Рәсем
 Яҙмыш Викимилектә

Ғәрәптәрҙә яҙмыш

үҙгәртергә

Исламға тиклемге ғәрәптәрҙә яҙмыш тураһында ике ҡараш булған: мәнә — конкрет өлөш, һәр кемдең шәхси өлөшө, һәм дәхрүн — донъя өҫтөнән тулыһынса хакимлыҡ иткән шәхесһеҙ ваҡыт. Ҡөрьәндә улар башлыса яҙмыштың яңы концепцияһы — ҡадәр файҙаһына кире ҡағыла — Аллаһ үҙ ихтыяры менән бар нәмәлә лә, бөтәһе өсөн дә ҡарар ҡабул итә. Мәжүсилектәге һуҡырҙарса яҙмыш урынына мосолмандарҙа ҡадәр Аллаһтың юғары ғәҙеллеген кәүҙәләндерә. Аллаһ ихтыярының һынауҙарын түҙем үткәрергә һәм уның ғәҙел мәрхәмәтен көтөргә диндар сабырлыҡ ярҙам итә[1]..

Төрки донъяла яҙмыш

үҙгәртергә

«Яҙмыш» — яҙылған тамырынан сыҡҡан төшөнсә. Төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорт мәҙәниәтендә был яҙыу кешенең маңлайында тип иҫәпләнгән.[2] Яҙмыш концепцияһы (ҡадәр) күп кенә ышаныуҙарҙа булған һәм кеше менән булған ваҡиғаларҙың күп өлөшө уның ҡулында түгел тигән ышаныуға нигеҙләнгән.

Сәнғәт әҫәрҙәрендә яҙмыш

үҙгәртергә

Боронғо гректар араһында яҙмышҡа ышаныу Софоклдың «Эдип батша» трагедияһында сағыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. М. Б. Пиотровский. Ислам и судьба. — Понятие судьбы в контексте разных культур. — М.: Наука, 1994. — С. 92—97. Архивная копия от 18 декабрь 2007 на Wayback Machine
  2. Türk Söylence Sözlüğü, Deniz Karakurt. Дата обращения: 30 ғинуар 2012. Архивировано 17 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.