Сифат (Ислам)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сифат (ғәр. صفة — үҙенсәлектәр, сифаттар, тасуирламалар — ислам термины — «илаһи атрибуттар»ҙы билдәләү өсөн ҡулланылған термин.
Тарихы
үҙгәртергәБыл термин беренсе тапҡыр мөғтәзилиҙәр тарафынан индерелә. Кәләм үҫешенең тәүге этаптарында сифаттың эквиваленты булып мәғәнә термины тора («мәғәнәләр», «йөкмәткеләр», «идеялар»). Ҡайһы бер мөтәкәллимдәр (Әбү Шаһим әл-Жүбәи, Аль-Баҡыйләни, әл-Жүвәйни һәм Фәхретдин әр-Рази) сифат термины урынына әхүәл терминын ҡулланғандар, шуға күрә уларҙы "әхүәл концепцияһы яҡлылар " (әсхәб әл-әхүәл) тип атағандар[1].
Аллаһтың ыңғай атрибуттарын таныу («раҫлау») иҫбат тип атала һәм уның яҡлылар сифатиҙар тигән исем ала; инҡар итеүселәр татилдәр («Алла атрибуттарын танымау») тип атала, ә уның яҡлылар — мөғәттил. Мөғәттилдәргә Әбүғәлисинаны һәм уның эйәрсендәрен индергәндәр. Мөғтәзилиҙәрҙең ҡарашы ла мөғәттил булараҡ баһаланған[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 210
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ибрагим Т. К. и Сагадеев А. В. ас-Сифат // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 210. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Матуридизм // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |