Күрәсәк (Аллаһ ҡушҡаны, грек. πρόνοια, лат. Providentia; рус. Провидение) — Аллаһтың, Юғары Көстөң, айырыуса кеше һәм кешелекте барлыҡҡа килтереүҙә иң ҙур мәнфәғәткә йүнәлтелгән маҡсатҡа ярашлы эш итеүе.

Күрәсәк
 Күрәсәк Викимилектә
Бөтә нәмәне күргән Күҙ (рус. Всевидящее Око). Кафедраль собор фасады, Сальта (Аргентина)

Башҡорттарҙа күрәсәк

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында тәҡдир, яҙмыш (маңлайға яҙылған тормош юлы), насип төшөнсәләре менән бер рәттән «күрәсәк» тигәне лә бар. Ул алда булаһы яҙмыш, башҡа киләсәк хәл мәғәнәһендә ҡулланыла[1]

Ауыҙ-тел ижадында ошо хаҡта мәҡәлдәр ҙә бар:

  • Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
  • Күрәсәк күҙ йомдора.

Һөйләштә шулай уҡ «күрәһе», «күрәһеләр» рәүешендә лә ҡулланыла:

  • Күрәһен күрмәй кеше гүргә инмәй.
  • Күрәһеләр бар икән

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күрәсәк//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, бит— ISBN 5-200-01108-6


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.