Фортуна
Фортуна (лат. Fortuna) — боронғо Рим дең уңыш һәм яҙмыштың көтөлмәгәнлеге алиһәһе [1]. Осраҡ илаһы, уңыш һәм яҙмыш алиһәһе булған боронғо грек Тюхе[1][2] менән тиңләштерелә.
Фортуна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Балалары | Copia[d] |
Изображается на | Statua della Fortuna[d] |
Фортуна Викимилектә |
Латин теленән тәржемә иткәндә (лат. Fortuna) яҙмыш тигәнде аңлата.
Астероид (19) Фортуна алиһә исеме менән аталған.
Килеп сығышы
үҙгәртергәФортуна культы — Рим тарафынан үҙләштерелгән италия сығышлы (новенсилы (инг.)баш., лат. di novensidenses) иң боронғо культтарҙың береһе. Рим риүәйәтендә Тюхегә оҡшаш һуңғы Фортуна тураһында ғына асыҡ күҙаллау бар, һәм бәхеттең яратҡан кешеһе, элекке ҡол Сервий Туллий культын индерә тип күрһәтелә. Ул Римдән ситтә Тибр йылғаһының уң ярында, этруск һуғыштары ваҡытында римлеләргә биргән вәғәҙә булараҡ, Фортунаға ғибәҙәтхана төҙөй. Алиһәнең боронғо, тәүге мәғәнәһе ауырлыҡ менән билдәләнә.
Байрамдың характерына һәм уны үткәреү ваҡытына (24 июнь) нигеҙләнеп, алиһәнең тәүге мәғәнәһе игенселек — игенсенең тормошонда шундай мөһим роль уйнаған осраҡлылыҡты, көтөлмәгән хәлдәрҙе илаһилаштырыу булған тигән һығымта яһалған[3].
Культы
үҙгәртергәFortis Fortunae игенселек менән бәйле булған байрам һәм 24 июнь көнө билдәләнгән. Мал баҙары Фортунаһы икенсе характерҙа булған. Уның Матер Матута (лат. Mater Matuta Mater Matuta) менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, Матута кеүек ул да ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалаусы-алиһә тип уйларға мөмкинлек бирә; уны Пудицития (инглиз) (лат. PudicitiaPudicitia) менән бутау һәм кәләштәрҙең ошо Ҡыҙ Фортунаға (лат. Fortuna virginalis Fortuna virginalis) үҙенең ҡыҙ күлдәктәрен бүләккә килтереү йолаһы ла шуны күрһәтә. Латин юлында икенсе ғибәҙәтхана шул уҡ алиһәгә бағышланған булған, риүәйәт буйынса ул Кориолан тарафынан нигеҙләнгән, унда алиһә Ҡатын-ҡыҙ Фортунаһы (лат. Fortuna muliebris) исеме аҫтында хөрмәт ителгән. Ҡатын ҡыҙҙарға ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт Ирҙәр Фортунаһы (лат. Fortuna virilis Fortuna virilis) культында ла күренә, уға түбән класс ҡатын ҡыҙҙары ир-егеттәр мунсаһында 1 апрель көнө доға ҡылғандар. Ул байрам Венера хөрмәтенә байрам менән тап килә. Шулай итеп, сафлыҡты һәм әхлаҡлылыҡты ҡурсалаусы алиһә менән бер рәттән, ул ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенең ҡапма-ҡаршы сифаттарын да ҡурсалай.
Фортуна культы, моғайын, Лациянан үҙләштерелгән булғандыр. Унда элек-электән уның Анциялағы һәм Прэнестағы ғибәҙәтханалары дан тотҡан. Айырыуса Primigeniaисемле прэнестин алиһәһе, йәғни Юпитерҙың беренсе тыуған ҡыҙы ныҡ танылыу яулаған. Латин диненә ят булған филиация идеяһы, күрәһең, сит ил, бәлки, гректарҙың йоғонтоһо һөҙөмтәһелер. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың үрсемле булыуын ҡурсалаусы алиһә характеры балалар һорап яҙған матрондар бағышламаһында, Капуялағы алиһә һәм башҡалар, бигерәк тә оҡшаш мәғәнәләге галль һәм герман илаһтары кеүек, күкрәгендә ике сабый менән һүрәтләнеүендә сағыла. Прэнестин культы алиһә биргән фараздар менән айырылып тора; улар йәрәбә булараҡ тартылған имән ағасының таяҡсаларына яҙылған (sortes). Был боронғо латин дини ҡараштарына ят булған һыҙат прэнестин алиһәһе культы Римгә һуңыраҡ үтеп инеүенә килтерә.
Publica p(opuli) R(omani) башҡа ике ғибәҙәтхана алиһәләренең дә эпитеты булған. Был, прэнестин алиһәһе культы Рим халҡының бәхетен ҡурсалаусы алиһә культына күскән, тигән һығымта яһарға хоҡуҡ бирә. Бәхет алиһәһе культы тиҙҙән йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә айырым культтарға бүленә. Аллалар-билдәле кешеләрҙең, төркөмдәрҙең, учреждениеларҙың, көндәрҙең, йыл миҙгелдәренең һ. б. ҡурсалаусылары, меңдәрсә Рим даһиҙары һәм персонификациялары бәхет һәм уңыш дөйөм төшөнсәһен меңдәрсә ваҡ өлөштәргә бүлгәндәр.
Был илаһтың дифференциацияға һәләте булараҡ, йәмғиәттә матди мәнфәғәттәр өҫтөнлөк итеүе менән бер рәттән, Фортуна Рим Пантеонының иң популяр алиһәһе булып таныла һәм меңәрләгән исем һәм ҡушамат аҫтында хөрмәт ителә. Был йәһәттән Оло Плинийҙың һүҙҙәре характерлы: «бөтә донъя буйынса, бөтә ерҙә көндөң һәр сәғәтендә бөтәһенең дә тауыштары тик Фортунаны саҡыра һәм атай, уны ғына ғәйепләйҙәр, уны ғына яуаплылыҡҡа тарттыралар, уны ғына маҡтайҙар, уны ғына фашлайҙар. Дебет та, кредит та уның иҫәбенә ҡуйыла, үлгелеләрҙең бөтә иҫәп-хисап китаптарында ла ул ғына шул һәм башҡа биттәрҙе биләй».
Уға бөтә Рим империяһы буйынса меңәрләгән миһрап һәм капеллалар бағышлана; уның һүрәте йорт ғибәҙәтханаларында, тәңкәләрҙә һәм тағы ла йышыраҡ сәнәғәт һәм көнкүреш әйберҙәрендә күренә; ул — шундай уҡ матди файҙа һәм уңыш аллаһы — Меркурий менән бергә семәрле таштарҙа, төрлө тәғәйенләнештәге ҡурғаш маркаларында, лампаларҙа, копилкаларҙа, көндәлек ҡулланылыштағы һауыттарҙа һәм башҡаларҙа өҫтөнлөк итә. Алиһәнең популярлығына уның, Августа генийы менән бер рәттән, Фортуна Augusta исеме аҫтында императорҙар культына рәсми ҡушма өлөш булараҡ инеүе лә булышлыҡ итә. Помпеила һәм башҡа урындарҙа империяның тәүге йылдарында уға ғибәҙәтханалар бағышлана. Б. э. т. 19 йылда Августа Көнсығыштан әйләнеп ҡайтҡас, Римда .Fortuna Redux айырыуса ихтирам менән файҙалана. Фортуна культы Августанан һуң да, Империяның һуңғы осорона тиклем үҙенең рәсми әһәмиәтен һаҡлай. Фортуна ғәҙәттә бер ҡулы менән тәгәрмәскә таянған, ә икенсеһе муллыҡ мөгөҙө тотҡан кейемле ҡатын-ҡыҙ рәүешендә һүрәтләнә. Ҡайһы берҙә ул шарҙа торған йәки уға үҙенең төп атрибуты — тәгәрмәсте терәп торған итеп күрһәтелә. Дифференциация атрибуттарҙы, мәҫәлән, карап танауын ҡушыу менән характерлана (F. navalis).
Ғибәҙәтханалар
үҙгәртергәУның иң боронғо ғибәҙәтханалары Римдә fanum Fortis Fortunae һәм Үгеҙ форумындағы (сауҙа майҙаны) aedes Fortunae (forum boarium) булған. Беренсе ҡорам Fortuna primigenia беҙҙең эраға тиклем 194 йылда Квириналда изгеләндерелгән; тиҙҙән бында шул уҡ алиһәнең тағы бер ғибәҙәтханаһы һәм Fortuna publica ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килә, шуға ла урын ad tres Fortunas тип атала башлай.
101 йылдар тирәһендә Римдә Фортуна huiusce diei — был көндөң бәхетле тамамланыуын гарантиялаған илаһ ғибәҙәтханаһы төҙөлә; тағы ла алдараҡ, 180 йылда, 180 йылғы кельтибер һуғышында бәхетле кавалерия һөжүме иҫтәлегенә, диктатор Кв Фульвий Флакк тарафынан Фортуна equestris — Рим атлыларын ҡурсалаусы алиһә ғибәҙәтханаһы изгеләндерелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Τύχη // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- ↑ А. В. Пожидаева. ФОРТУ́НА . Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 23 декабрь 2021. Архивировано 23 декабрь 2021 года. 2021 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Ростовцев М. И. Фортуна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кудрявцев О. Ф. Античные представления о Фортуне в ренессансном мировоззрении // Античное наследие в культуре Возрождения. М.: 1984. С. 50-57.
- Ростовцев М. И. Фортуна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Уколова В. И. Фортуна в мире западного Средневековья (неопр.). // Вестник истории, литературы, искусства. Т. 1. 2005 С. 174—184.