Ҡырғыҙстан географияһы
Ҡырғыҙстан — диңгеҙгә сығыу юлы булмаған Урта Азия иле. Милли биләмә көнсығыштан көнбайышҡа яҡынса 925 саҡрымға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 454 саҡрымға һуҙыла.
Ҡырғыҙстан географияһы | |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Регион | Урта Азия |
Координаталар | {{{координаты}}} |
Майҙаны |
|
Сиктәре | 4508 км |
Иң юғары нөктә | Еңеш суҡыһы 7439 м |
Иң түбән нөктә | Ҡолондо, 401 м |
Иң ҙур йылға | Сөй (яҡынса 1300 км) |
Иң ҙур күл | Эҫек-Күл (6236 км²) |
Ҡырғыҙстан көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай, төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үҙбәкстан һәм көньяҡта Тажикстан менән сиктәш. Фирғәнә үҙәнендәге Үҙбәкстан менән Тажикстан араһындағы сиктәр үтергә ауыр. Сталиндың Үҙәк Азияны биш республикаға бүлеүе арҡаһында күп кенә этник ҡырғыҙҙар Ҡырғыҙстанда йәшәмәй. Өс анклав булдырыла, улар рәсми яҡтан Ҡырғыҙстан территорияһының бер өлөшө булып тора, әммә йәғрәфи яҡтан бер нисә километр алыҫлыҡта: икеһе Үҙбәкстан менән, берәүһе Тажикстан менән уралған.
Ҡырғыҙстан рельефында Тянь-Шань һәм Памир тау системалары өҫтөнлөк итә, улар илдең яҡынса 65 фаизын биләй. Алай һыртының бер өлөшө илдең көньяҡ-көнбайышында өҫтөнлөк итә, ә көнсығышта Тянь-Шаньдың төп һырты Көньяҡ Ҡырғыҙстан менән Ҡытай сиге буйлап үтә, артабан көнсығышҡа тура Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районына тиклем һуҙыла.
Ҡырғыҙстандың уртаса бейеклеге — 2750 метр. Иң бейек тауы — 7439 метрлыҡ Еңеш суҡыһы. Ил еренең 90 фаиз самаһы диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан ашыу бейеклектә ята.
Топографияһы һәм дренажы
үҙгәртергәҠырғыҙстандың тауҙары геологик ҡараштан йәш, шуға күрә физик рельефы ҡырҡа күтәрелгән түбәле, тәрән үҙәндәр менән бүленгән. Шулай уҡ боҙлоҡтары байтаҡ, уларҙың иң ҙуры — Иңелсәк боҙлоғо. Иҫәпләүҙәр буйынса, Ҡырғыҙстандың 6500 айырым боҙлоғонда яҡынса 650 куб километр һыу бар һәм Ҡырғыҙстан территорияһының 8048 квадрат километрын йәки 4,2 процентын биләй. Сөй, Талаҫ һәм Фирғәнә үҙәндәре тирәләй генә игенселек өсөн яраҡлы тигеҙлектәр бар.
Бейек түбәләр дымды тота, шуға ла Ҡырғыҙстан уларҙан төшкән ағынты һыуҙар менән сағыштырмаса яҡшы һуғарыла. Әммә Ҡырғыҙстан йылғаларының береһе лә ҙур кәмәләр йөрөшө өсөн яраҡлы түгел. Уларҙың күбеһе шәп аҡҡан бәләкәй йылғалар. Ҡырғыҙстан йылғаларының күбеһе — Һырдарья ҡушылдыҡтары. Һырдаръя Ҡытай сиге буйлап Тянь-Шандың көнбайыш өлөшөндә башлана. Сөй йылғаһы Ҡырғыҙстандың төньяғында башлана, һуңынан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, Көньяҡ Ҡаҙағстан сүллектәрендә иһә юҡҡа сыға.
Ҡырғыҙстанда туплам 2000 күл бар. Уларҙың дөйөм майҙаны — 7000 км², күбеһенсә 3000 метрҙан 4000 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡандар. Әммә өсәүенең генә майҙаны 100 км²тан ҙурыраҡ. Эҫек-Күл ҙурлығы менән Арал диңгеҙенән һуң Урта Азияла икенсе урында тора, әммә тоҙло күл даими кәмей, ә уның минераль миҡдары яйлап арта бара. Төрлө тәбиғи афәттәр йыш була. Тауҙары геологик ҡараштан йәш булғанға ер тетрәүҙәре йыш ҡына булғылай. 1992 йылдың урағайында көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә Жалал-Абад ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында бер нисә мең кеше йортһоҙ ҡала. Бынан тыш, текә тау битләүҙәрендә саманан тыш мал көтөү һәм урмандарҙы ҡырҡыу арҡаһында ишелмәләр һәм ташҡындар күбәйә, улар һирәкләп тотош ауылдарҙы баҫа.
Файҙалы ҡаҙылмалар
үҙгәртергәИлдең минераль-сеймал базаһын затлы, төҫлө һәм һирәк металдар, мәғдән булмаған сеймал, яғыулыҡ-энергетика ресурстары ятҡылыҡтары тәшкил итә. Ҡырғыҙстанда файҙалы ҡаҙылмалар сеймалының күп төрҙәре бар. Уның территорияһында мәғдән һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙың бер нисә мең ятҡылығы асыҡланған. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың төп төрҙәре араһында: алтын, терегөмөш, һөрмә, аҡ ҡурғаш, вольфрам, күмер, металл булмаған сеймал[1].
Алтын
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта республика территорияһында яҡынса 2500 алтын сығанағы табылған. Уларҙың күпселеге бик ваҡ. Республиканың дөйөм алтын байлығы — 500 тоннанан ашыу.
1992 йылда Ҡомтүрҙә (ҡырғ. Кум-Төр) илдең иң ҙур алтын ятҡылығы асыла (алтын байлығы буйынса донъяла 7-се урында[2]), 1996 йылында эшкәртелә башлай. Был ятҡылыҡ Эҫек-Күл өлкәһенең Ете-Үгеҙ районында урынлашҡан.
Хәҙерге ваҡытта Маҡмал, Ҡомтүр, Солтан-Һары, Тирәк, Тирәкҡан, Ямғыр, Эштамбирҙе ятҡылыҡтары эшкәртелә[3].
Республиканың 7 һөрмә ятҡылығы бар, туплам байлығы иһә 264 000 тонна.[4]
Ҡәҙәмйәй һөрмә комбинаты республиканың иң ҙуры булып тора. Ул 1936 йылында файҙаланыуға тапшырыла. Комбинат ШСЙБ-ндә металл һөрмә етештереү буйынса иң ҙуры була, донъяла бындай йүнәлештең иң ҙур заводтарҙың береһе булып һанала: 1991 йылына тиклем мәхсүләт сығарыу йылына 17 000 тоннаға етә (донъяның туплам етештереүенең 10 фаизы). Сәнәғәт комплексы мәхсүләте 14 төр металл һөрмәһенән һәм уның берләшмәләренән тора. Ҡәҙәмйәй һөрмә комбинаты асылғас, ШСЙБ һөрмәне ситтән индермәйсә тулыһынса үҙе етештерә. Оҙаҡ ваҡыт был комбинатта етештерелгән һөрмә был металдың донъя күләмендә өлгөһө була[5].
Терегөмөш
үҙгәртергәҠырғыҙстан терегөмөш байлығы булған илдәр иҫәбенә инә, шулай уҡ уны етештереү буйынса донъяла Ҡытайҙан ҡала икенсе урынды биләй. Республикала ике терегөмөш ятҡылығы файҙаланыла: Әйҙәркән (элек Хәйҙәркән; ҡырғ. Айдаркен)[6] һәм Новое[7].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Донбасстағы Никитов терегөмөш комбинатын алман ғәскәрҙәре баҫып алғас, илдең терегөмөш ихтыяжын Әйҙәркән һәм Чаувай мәғдәндәре ҡаршылай.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре
үҙгәртергәҠырғыҙстанда төрлө статуслы 88 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар: тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, тәбиғәт парктары, заказниктар, тәбиғәт биләмәләре. Уларҙың дөйөм майҙаны 1 476 121,6 га, йәки 14 761,21км² (республика майҙанының 7,38%). Бөгөнгө көндә эшләй торғандары:
- 10 тәбиғәт ҡурсаулығы (509 952,7 га);
- 13 тәбиғәт паркы (724 670,2 га);
- 64 заказник (шуларҙың 8-е урман, 23-ө ботаника, 2-һе комплекслы һәм 12-һе һунар (зоология), 19-ы геология (дөйөм майҙаны 241 498,7 га));
- 1 биосфера территорияһы (4 314 400 га).
№ | Атамаһы | Ойошторолоу тарихы | Майҙаны, га |
---|---|---|---|
1 | Эҫек-Күл | 1948 | 18 999 |
2 | Һары-Сәләк | 1959 | 23 868 |
3 | Биш-Арал | 1979 | 112 463,3 |
4 | Нарын | 1983 | 36 969 |
5 | Ҡаратал Япырыҡ | 1994 | 36 392,6 |
6 | Һарысат-Ирташ | 1995 | 149 117,9 |
7 | Падыш-Ата | 2003 | 30 556,4 |
8 | Ҡолон-Ата | 2004 | 27 434 |
9 | Һөрмә-таш | 2009 | 66 194,4 |
10 | Дашман | 2012 | 7958,1 |
Бөтәһе | 509 952,7 |
№ | Атамаһы | Ойошторолоу тарихы | Майҙаны, га |
---|---|---|---|
1 | Ала-Арса | 1972 | 16 484,5 |
2 | Ҡырғыҙ-Ата | 1992 | 11 172 |
3 | Ҡара-Шура | 1996 | 14 440,2 |
4 | Биш-Таш | 1996 | 13 731,5 |
5 | Суң-Кәмен | 1997 | 123 654 |
6 | Ҡараҡул | 1997 | 38 095,3 |
7 | Һалҡын-Түр | 2001 | 10 419 |
8 | Һаймалы-Таш | 2001 | 32 007,2 |
9 | Һаркәнт | 2009 | 39 999,4 |
10 | Ҡара-Быура | 2013 | 61 543,9 |
11 | Ҡан-Асыу | 2015 | 30 496,5 |
12 | Алатай | 2016 | 56 826,4 |
13 | Хан-Тәңре | 2016 | 275 800,3 |
Бөтөһе | 724 670,2 |
1998 йылында 4 314 400 гектар майҙанындағы Эҫек-Күл биосфера биләмәһе ойошторола, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ул милли кимәлдә һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусына тиңләштерелә. 2001 йылындан ЮНЕСКО ҡарары менән Эҫек-Күл өлкәһе бөтә донъя тәбиғәт резерваттары селтәренә индерелә.
Һары-Сәләк дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1979 йылында ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы ҡарары менән халыҡ-ара тәбиғәт резерваттары селтәренә индерелә. Бында бөтә ерҙең күҙәте үткәрелә. Ҡурсаулыҡ территорияһында метеопост йыһазландырылған[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.mfa.gov.kg/contents/view/id/90 . www.mfa.gov.kg. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
- ↑ Сокровища природы Кыргызстана . limon.kg. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано 6 февраль 2018 года.
- ↑ http://www.mfa.gov.kg/contents/view/id/90 . www.mfa.gov.kg. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
- ↑ http://www.mfa.gov.kg/contents/view/id/90 . www.mfa.gov.kg. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
- ↑ АО Кадамжайский сурьмяной комбинат . Промышленность Кыргызстана. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
- ↑ О внесении изменений в некоторые решения Правительства Кыргызской Республики . Постановление Правительства Кыргызской Республики. Дата обращения: 8 июль 2019. Архивировано 8 июль 2019 года.
- ↑ Мировое потребление и производство ртути идёт на снижение | Merchant Research & Consulting Ltd. marketpublishers.ru. Дата обращения: 7 февраль 2018. Архивировано 8 февраль 2018 года.
- ↑ Особо-охраняемые природные территории (ингл.). www.ecology.gov.kg. Дата обращения: 21 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 12 май 2021 года. 2021 йыл 12 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Природа Киргизии: Краткая физико-географическая характеристика. — Фрунзе: Киргизское гос. изд-во, 1962. — 296 с.
- Умурзаков С. У. и др. Словарь географических названий Киргизской ССР/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1988. — 214 с.
- Климат Киргизской ССР. — АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1965. — 290 с.
- Умурзаков С. У. Географические исследования в Киргизии/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1970. — 152 с.
- Проблемы географии Киргизии: Материалы к съезду Киргизского географического общества/ АН Киргизской ССР. — Фрунзе: Илим, 1975. — 290 с.
- Биологические ресурсы Кыргызстана: Эколого-географические и природоохранные аспекты/ Институт биологии АН Кыргызстана. — Бишкек: Илим, 1992. — 148 с.