Сөй (йылға)
Сөй[1] (ҡырғ. Чүй, ҡаҙ. Шу)[2] — Тескей-Алатау һәм Ҡырғыҙ һырты боҙлоҡтарынан башланған йылға. Кочкор уйһыулығында Джоонарык һәм Кочкор[3] йылғалары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә.
Сөй | |
ҡырғ. Чүй | |
Ҡайҙа ҡоя | Акжайкын[d] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ала-Арча[d], Аламедин[d], Аксу (приток Чу)[d], Курагаты[d], Ысык-Ата[d], Чонг-Кемин[d], Кичи-Кемин[d], Жоон-Арык[d] һәм Кочкор (река)[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Орто-Токойское водохранилище[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан |
Һыу сығымы | 130 м³/с |
Бассейн майҙаны | 67 500 км² |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
Ҡырғыҙстан Ҡаҙағстан |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 124 метр |
Оҙонлоҡ | 1186 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Чу[d] |
Сөй Викимилектә |
Йылға Ҡырғыҙстандың таулы райондарынан башлана һәм тулылана бара, Чүй үҙәне аша үткән урта ағымында йылға Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан араһындағы дәүләт сиге хеҙмәтен үтәй, ә түбәнге ағымында көньяҡ Ҡаҙағстандың Муйынҡом сүллеге ҡомдарында юғала. Йылға тамағы диңгеҙ кимәленән 1700 метр бейеклектә урынлашҡан.
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылға атамаһының этимологияһы тибет, ҡытай телдәрендә киң таралған «һыу, йылға» тигән аңлатмаға бәйле. Е. Койчубаев фаразлағанса, атама этнонимдан — төрки ҡәбилә атамаларының береһенән: чу, чуе, шу, шуй барлыҡҡа килгән.
Чү йылғаһын тикшереү тарихы
үҙгәртергәБер быуат элек, XIX быуат уртаһында, Европалағы прогрессив кешелекте Чү менән бәйле икенсе йомаҡ нығыраҡ борсой. Көнбайыш сәйәхәтселәренең береһе лә ошо ябыҡ урындарға үтеп инмәгәнлектән һәм география фәне «шаһиттарҙың күрһәтмәләренә» генә таянырға мәжбүр булғанлыҡтан, корифейҙар араһында Чү йылғаһының Ысыҡ-Күлгә ысын мөнәсәбәте тураһында бәхәстәр тынмай. Берәүҙәр Чү йылғаһын «Йылы диңгеҙ» тыуҙырған тип һанай, икенселәр — икеләнә, аптырашта ҡала.
Йомғаҡты йәш урыҫ тикшеренеүсеһе П. П. Семёнов сисә (киләсәктә данлыҡлы фамилияға лайыҡлы төҙәтмә индерелә — Тян-Шанский). 1856 йылда ул Чү йылғаһы буйлап Боом тарлауығы аша Ысыҡ-Күлгә барып сыға һәм йылғаның, тауҙарҙан сыҡҡас, ысынлап та ҡырғыҙҙарҙың тау диңгеҙенә ынтылыуын асыҡлай. Әммә, бер нисә саҡрым барып етмәйсә, нимәнәндер шөрләгәндәй, ҡапыл борола ла икенсе яҡҡа — Боом упҡынына, төньяҡҡа табан ағып китә.
Был юлы Семёнов, үҙенең уҡытыусыларының һәм Европаның дәрәжәле ғалимдарының — Риттер менән Гумбольдт (улар, дөрөҫөн әйткәндә, Үҙәк Азия тураһында ишетеп кенә фекер йөрөтә ине) быға тиклем нығынған абруйын төшөрҙө. Хәйер, ҡыҙыҡһыныуҙы тәрәнәйтеүгә, Семёнов Чү йылғаһының, ысынлап та, борон Ысыҡ-Күл менән бәйлелеген дәлилләүсе эҙҙәр таба. Хатта йылғаны күл менән бәйләгән ҙур булмаған һаҙлыҡлы йылғаны ла таба. Һуңыраҡ ул былай тип яҙа: «Был йылға үҙенең һай һәм ярлы булыуы апҡаһында Күтәмәлде тип атала, — элекке географтар (Риттер һәм Гумбольдт) Чү йылғаһының башы тип ҡабул иткән Ысыҡ-Күл менән Чү йылғаһының гидрографик бәйләнеше бына нимәнән ғибәрәт әлеге ваҡытта».
Әммә борон заманда йылға, ысынлап та, күлдән ағып сыҡҡан, тигән фаразға килә. Күл туҫтағы ирегән боҙлоҡтарҙың һыуы менән тулышып, Боом тарлауығы аша тәбиғи быуаны йырып ағып киткәнсе (был локаль Бөйөк туфан тураһында иҫтәлектәрҙең булмауына ҡарағанда, ул тарихҡа тиклемге осорҙа уҡ булған).
«…Был йырындан һуң, Чү йылғаһы оҙаҡ ҡына, Ысыҡ-Күл кимәле кәмегәнгә тиклем, һуңынан Чү йылғаһының элекке ҡушылдығы Ҡошҡар уның башы булып киткәнгә тиклем, Чү Ысыҡ-Күлдең аҡмаһы булғандыр».
Географияһы
үҙгәртергәЧү йылғаһы Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан территорияһы буйынса аға. Йылға оҙолоғо — 1186 км, шул иҫәптән Ҡаҙағстанда — 800 км[4]. Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 67 500 км²[5]. Төп ҡушылдыҡтары: уңда — Чон-Кемин, Ырғайты, Ҡаҡпатас; һулда — Аламедин, Аксу, Ҡурағаты[6].
Үрге һәм Түбәнге Ортотоҡой Чү тарлауыҡтар буйлап Ысыҡ-Күл соҡорона эләгә. 1950-се йылдар башына тиклем ташҡын ваҡытында Күтәмәлде тармағы буйлап Чү аҡмаһының бер өлөшө Ысыҡ-Күлгә аҡҡан. Әлеге ваҡытта, Ысыҡ-Күлгә 5 — 6 км барып етмәҫ элек, Балыҡсы ҡалаһы эргәһендә йылға төньяҡ-көнбайышҡа борола, Ҡапсығай тәбиғи ыҙанын үтеп, Боом тарлауығы аша Чү үҙәненә сыға. Үҙенең урта ағымында йылға Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстан араһындағы сик хеҙмәтен үтәй. Түбәнге ағымында йылға Ҡаҙағстан территорияһы буйлап аға, бында йылға үҙәне 3 — 5 саҡрымға тиклем киңәйә, һаҙға әйләнә һәм Муйынҡом сүленең төньяҡ сиген барлыҡҡа килтереп, ташҡын ваҡытында ғына Аҡжайҡын тымыҡ тоҙло күленә ҡоя, һуңынан ҡомда[7]Ащыкүл уйпатындағы йәйрәп ятҡан тоҙло тупрағында (солончак) ҡорой[7].
Тауҙарҙан сыҡҡанда уртаса йыллыҡ һыу сығымы — яҡынса 130 м³/с, ташылмалары — яҡынса 60 кг/с[5]. Йылға ирегән боҙ һәм ҡар менән һәм ер аҫты аҡмаһынан туйына. Май — сентябрь айҙарында ташҡын күҙәтелә. Ҡаҙағстанда август башынан ноябрҙең аҙағына тиклем йылға ҡорой. Ҡырғыҙстанда 1958 йылда БЧК (Ҙур Чүй һуғарыу-ирригация каналы) төҙөлгән. Ул ҡырғыҙ биләмәһендәге Чү йылғаһынан һыу ала һәм Һырдаръя өлкәһенең баҫыуҙарын һуғара.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- Чон-Кемин
- Кичи-Кемин
- Ысыҡ-Ата
- Аламедин
- Аксу
- Ала-Арча
- Сокулук
Һыуһаҡлағыстар
үҙгәртергәЙылғала ике һыуһаҡлағыс бар — Орто-Тоҡой (Ҡырғыҙстан) һәм Тасоткүл (Ҡаҙағстан) һыуһаҡлағыстары, шулай уҡ күп һанлы һуғарыу каналдары (ағымдың 55%-ы һуғарыуға китә). 2013 йылдың 16 майында Тасоткүл һыуһаҡлағысы быуаһында ГЭС сафҡа индерелде: ҡеүәте — 9,2 МВт, уртаса йыллыҡ сығарылышы — сәғәтенә 45,6 млн кВт/сәғәт[8]. Йылғанан сыҡҡан каналдарҙа Ҡырғыҙстанда Аламедин ГЭС-ы каскады һәм Быстров ГЭС-ы төҙөлдө.
Тораҡ пункттар
үҙгәртергәЧү йылғаһында: ҡырғыҙ Ҡочҡор, Кемин, Тоҡмаҡ тораҡ пункттары һәм ҡаҙаҡ Ҡордай, Шу, Толе Би тораҡтары урынлашҡан.
Мәҙәниәттә Чү йылғаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәттә
үҙгәртергәӘкиәттәр йыйынтығында Чу йылғаһы тураһында әкиәт бар[9].
Музыкала
үҙгәртергәТоғжан Муратованың «Чү буйында» йыры. «Шудың бойында» (ҡаҙаҡса).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Киргизия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 114. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Казахстан // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 110—111. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Карта бите K-43-XVI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Характеристика рек Казахстана Таблица . moxnpn.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
- ↑ 5,0 5,1 Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ Чу (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 7,0 7,1 Казахстан: Общегеографическая карта — 1:3 000 000500 экз. — ISBN 978-5-9523-0332-4. / сост. и подгот. к изд. Омской картогр. ф-кой в 1999 г.; ст. ред. Т. П. Филатова; ред. Н. Д. Стоялова. — Омск: Роскартография; Омская картогр. ф-ка, 2011. —
- ↑ ГЭС мощностью 9,2 МВт запустили в Жамбылской области — Forbes Kazakhstan . forbes.kz. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
- ↑ Бекниязов Д. Охотник Жанузак: Сказки для детей дошкольного возраста / Худож. К. Сейталиев. — Ф.: Мектеп, 1982.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Наши воды: возьмёмся за руки, минуя границы: первая оценка состояния трансграничных рек, озёр и подземных вод . — Конвенция по охране и использованию трансграничных водотоков и международных озер. — Нью-Йорк; Женева: ООН, 2007. — 377 с. — ISBN 978-92-1-416033-5.
- Вторая оценка трансграничных рек, озёр и подземных вод . — Конвенция по охране и использованию трансграничных водотоков и международных озер. — Нью-Йорк; Женева: ООН, 2011. — 429 с.
- Рукавишников Б. И. Озеро Иссык-Куль и хребет Терскей-Алатау . — 1970.
- Универсальная энциклопедия «Чуйская область» . — Бишкек: Главная редакция Кыргызской энциклопедии, 1994.